Ихлас яҙылдылар27.06.2013
Наҡаҫ йылғаһы буйында урынлашҡан Яңауыл туғыҙ йыллыҡ мәктәбе үҙенең бөхтәлеге, күркәмлеге менән һоҡландырҙы. Матбуғат хаҡында һүҙ сыҡҡас, йыл да гәзит-журналдарға әүҙем яҙылыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Был йәһәттән почтальон Ҡадир Буранбаевтың өлөшө ҙур икән.
Мәктәп уҡыусыларының өлгәше, тәртибе, ҡаҙаныштары менән маҡтана ала. Айырыуса Фәнисә Аҫылбаева, Азамат Яҡшыбаев, Резидә Әхмәтова, Айҙар Иҫәнбәков, Вилдан Буранбаев, Шайморат Яйыҡбаев, Булат Буранбаев, Сәлимә Аҫылбаева, Гүзәл Буранбаевалар һәр йәһәттән башҡаларға өлгө. Хәйҙәр Сәлихов уҡыусыларҙы физкультураға, спортҡа ылыҡтыра. Был юҫыҡта ла ғорурланып һөйләрлек уңыштары бихисап, район спартакиадаларында даими ҡатнашалар, призлы урындарҙы яулайҙар. Хатта башланғыс класс уҡыусылары ла үҙҙәренең ысын шәхес булыуын раҫлап тора. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре буйынса Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған сарала Рәүеф Яйыҡбаев, Алмас Абдрахманов беренсе урынды алған. Эйе, мәктәп — ауыл халҡын туплап, берләштереп, матур эш-ғәмәлдәргә ойоштороп торған урын. Ата-әсәләр, уҡыусылар тураһында һөйләгәндә Фруза Буранбаеваның йөҙөнән нур китмәне: – Ауылыбыҙға насар ғәҙәттәр ят. Һәр ғаилә балаларын уҡытайым, кеше итәйем тип тырыша, гәзит-журналдарға ихлас яҙыла, – тине ул.
Күгәрсен районы.