Рәми вариҫтары23.12.2011
Мәскәү башҡорттары Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына арналған тәүге тантанаға йыйылды. Уны яҡташыбыҙ, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифты үҫтереү институтының төп ғилми хеҙмәткәре Земфира Сәхипова ойошторҙо.
Мәскәүҙең Милләттәр йортонда йыйылған ҡунаҡтар араһында заманында ошо бөйөк башҡорт шағиры менән аралашып йәшәгән кешеләр ҙә бар ине. Улар шәхес хаҡында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлап, әле Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында белем алып йөрөүсе йәштәр әҙиптең шиғырҙарын уҡыны, дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары менән һоҡландырҙы. “Утрауҡай” ансамблендә шөғөлләнеүсе башҡорт балаларының сағыу сығыштарын да халыҡ ифрат йылы ҡабул итте.
Г. ИРХАНОВА.
Мәскәү ҡалаһы.


Вернуться назад