Ауыл иртәһе. Туғайҙарҙа һайраған һандуғас моңо, эргәлә генә аҡҡан шишмә сылтырауы күңелде иркәләй, 16-17 йәшлек һауынсы ҡыҙҙар, иртәнге һауынды тамамлап, өйҙәренә таралыша. Йәшлек хыялдары яҡты өмөттәр менән тулы. Эх, ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, ҡояшлы иртәнең ил өҫтөнә ниндәй ғазап, ҡайғы килтергәнен белмәйһегеҙ шул әле. Һеҙҙең кеүек миллионлаған ватандашыбыҙға оло хәсрәт алып килде был ҡәһәрле 22 июнь таңы.
…Инде 72 йыл үтһә лә, күҙ йәштәрен тыя алмай тыл ветерандары. Һуғыш осороноң ҡайғы-ғазаптары күңелгә мәңгелеккә уйылған. Онотоуы мөмкин дә түгелдер: таң һарыһынан баҫыуға ашҡынған ҡарт-ҡоро, бала-саға иңенә төшкән ауырлыҡты һүҙ менән аңлатыуы ауыр. Фронтҡа ойоҡбаш, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ әҙерләйһе, береһенән-береһе кесерәк сабыйҙарҙы туйындыраһы бар. Ҡәҙерлеләренән хәбәр көтә-көтә талсыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығына хайран ҡалырлыҡ. Әсәй-өләсәйҙәрҙең һуғыш осоронда күргән михнәттәрен аңлаймы, хеҙмәтен баһалаймы замандаштарыбыҙ? Ишембай районының Көҙән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тылда алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ҡатын-ҡыҙға һәйкәл асыу тантанаһы шаһиты булғандан һуң, икеләнеүһеҙ: “Эйе, баһалайҙар, әсәй-өләсәйҙәребеҙ батырлығы алдында баш эйәләр”, — тип әйтер инем. Шул уҡ райондың Ғүмәр ауылы егете Илнур Ильясов эскизы буйынса Ишембай машиналар эшләү заводы директоры Рәшит Таһиров ярҙамында ҡойолған һәйкәл дә, тантанаға бөтә Көҙән халҡының йыйылыуы ла — быға яҡшы дәлил.
Ишембай районы.