Әҙәм балаһы тәбиғәте менән бик тә ҡатмарлы, уның тышҡы ҡиәфәтенән башҡа күңел донъяһы ла бар. Кешене белер өсөн йөрәген аңлап өйрәнергә кәрәк, тиҙәр.
Һүҙебеҙ — Ишембай районының Арлар менән Һайран ауылдары халҡы һау-сәләмәт йәшәһен өсөн бөтә көсөн биреп хеҙмәт итеүсе, һәр йәһәттән дә дауалаусы оло йөрәкле ханым Таңһылыу Ишматова тураһында. Баҫалҡы холоҡло, ифрат бай тәжрибәгә эйә, өҫтәүенә, төҫкә-башҡа сибәр табипты беҙҙә хөрмәт итмәгән берәү ҙә юҡтыр. Күркәм сифаттары уның кешеләргә ҡарата йылы мөнәсәбәтенән, эске донъяһының матурлығынан, һәр береһенең һаулығын бөтә күңеле менән ҡайғыртыуынан килә.
Төрлө хәл булып тора. Ҡапыл сирләп киткән йәше лә, ҡарты ла Таңһылыу Хәмит ҡыҙына шылтырата һалып, ашығыс ярҙам һорағанда, ниндәй генә мәл булмаһын – күҙ асҡыһыҙ буранда ла, яҙғы-көҙгө бысраҡта ла – сумаҙанын күтәреп килеп етә ул.
Бер генә миҫал. Арларҙа ғүмер итеүсе 76 йәшлек әсәйебеҙ Ғәйниямал Ғәли ҡыҙы Ниғмәтуллина ҡаты инфаркт үткәрҙе, дауаханала оҙаҡ ятты. Шифахананы ла хәстәрләнек, әле укол-дарыу менән генә ҡәҙерлебеҙҙе һаҡлап киләбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, берҙән-беребеҙҙең иҫәнлегендә Таңһылыуҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Өйҙә яңғыҙ ҡалған саҡтарында йыш ҡына уның янында булыуы, һәр йәһәттән булышлыҡ итеүе, ҡыҫҡаһы, күрһәткән изгелектәре һанап бөтөрлөк түгел. Сикһеҙ рәхмәтебеҙ – уның иренә лә. Флүр Әхсән улы, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, төн уртаһында ла машинаһын тоҡандырып, кәләше менән беҙҙең йортҡа йәһәт кенә килеп етә.
Әйткәндәй, ауылдаштары араһында абруйы бик ҙур был ғаиләнең. Беҙ Өфөнән атай нигеҙенә ашығып ҡайтҡанда, уларҙың күркәм йорто эргәһенән үтәбеҙ, ырыҫлы өйҙәре тирә-яҡҡа йәм биреп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ихаталары һәр саҡ тәртиптә, йәшелсәләре уңа, сәскәләре күҙҙең яуын ала. Ҡура тулы – мал-тыуары, ҡош-ҡорто. Ошондай уңған ғаиләләр донъя биҙәге лә инде. Береһенән-береһе сибәр өс ҡыҙ үҫтерәләр. Оло балалары университетта белем ала, бүтәндәре – мәктәп уҡыусылары.
Тыумышы менән Ураҙбай ауылынан булған Таңһылыу бәләкәйҙән иң яҡшы сифаттарҙы үҙенә һеңдереп үҫкән. Салауат ҡалаһының медицина училищеһын тамамлағандан һуң тормошҡа сыҡҡан һәм 1994 йылдан алып — беҙҙең тарафтарҙа. Наҙлы һүҙҙәре, йомшаҡ ҡулдары менән кешеләрҙе дауалай һәм терелтә, йәшәүгә дәрт өҫтәй, өмөт нурҙары уята, шуның өсөн дә халыҡ мөхәббәтенә һәм ихтирамына күмелеп йәшәй Таңһылыу.