“Ҡәрҙәштәр” дуҫтарын онотмай25.06.2013
Нефтекама дәүләт филармонияһының “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө республикабыҙ тамашасыһына яҡшы таныш. Ул йыл әйләнәһенә Башҡортостанды иңләп-буйлап гастролдә йөрөй. Ҙур ижади коллективтарҙан айырмалы, Нефтекама филармонияһы артистары бәләкәй ауылдарҙа ла концерт бирә.

Әйтәйек, Белорет районының ҡайһы бер ауылдары республикабыҙҙың ижади төркөмдәре иғтибарынан ситтә ҡала. Әлбиттә, төп сәбәптәрҙең береһе — ҙур клубтарҙың, мәҙәниәт усаҡтарының булмауы. Әммә ауыл халҡы юғары кимәлдәге концерттарҙы ҡарауға мохтаж, уларҙың да бит артистар менән аралашып, ысын сәнғәт өлгөләрен күреп ләззәтләнгеһе килә.
Белорет районының Ғәбдөк ауылы яҙғы ташҡындан зыян күргәс, артистар ундағы халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙырға ҡарар итте: күрше Йөйәктә махсус хәйриә концерты ойоштороп, йыйылған аҡсаны ғәбдөктәргә тапшырырға булды. Шулай итеп, “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө матур концерт ҡуйҙы. Изге ғәмәл изгелектәр генә тарата, тигәндәй, артистар шул тиклем илһамланып сығыш яһаны, ә тамашасылар үҙ сиратында алҡыштарын йәлләмәне.
Эстрада төркөмө етәксеһе, республика кимәлендәге йыр бәйгеләре лауреаты Раян Алтыншин моң һөйөүселәргә үҙенең бай репертуарынан иң сағыу, үҙенсәлекле йырҙарын бүләк итте. Тамашасы башҡорт халыҡ йырҙарын да, романстарҙы ла, заман композиторҙары әҫәрҙәрен дә рәхәтләнеп, ихлас тыңланы. Йырсылар Сүриә Ғималова, Альбина Фазлыеваларҙы ла сәхнәгә ҡат-ҡат һорап сығарҙылар. Виртуоз музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Ишморатов баянын һуҙып ебәргәс, күптәр бейергә төшмәй булдыра алманы.
Концерттың сағыу биҙәге, әлбиттә, бейеү. Филармонияның “Түңгәүер” бейеү ансамбле солистары Нәҙилә Ҡасимова менән Юнир Шәрифуллин ысын мәғәнәһендә программаның йәме булды. Уларҙың һәр сығышы дәрт, илһам уятты, тамашасылар оҫта башҡарыусыларға оҙаҡ, көслө ҡул сапты, ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырып сығарҙы. Йәш ҡурайсы Айҙар Ғайсинды ла халыҡ дәррәү алҡышланы.
Тамаша юғары кимәлдә барҙы. Концерт аҙағында артистар сәхнәлә үк йыйылған аҡсаны Ғәбдөк ауылы халҡына тапшырҙы. Күләме ҙур булмаһа ла, иң мөһиме — рухи ярҙам бит. Дуҫтар ауыр саҡта һынала, тиҙәр. Был әйтемде артистар ҙа, Йөйәк ауылы халҡы ла тулыһынса раҫланы тиһәң, һис хата булмаҫ.
Киләсәктә ижади төркөмгә һәм тамашасыларға тик шатлыҡ-ҡыуаныслы сараларҙа осрашып торорға яҙһын.


Вернуться назад