Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре ваҡытында малсылыҡтың үҫеше менән танышты.
Ҡариҙел районының Тайга ауылындағы фермер Рәйфә Шафиҡова һарыҡсылыҡ хужалығын буш урында тиерлек ойошторған. Ишембай районынан 50 һарыҡ һатып алыу был эштә тәүге аҙым була. Әле хужалыҡта 600 һарыҡ иҫәпләнә. Киләсәктә уны бер мең башҡа еткереү күҙаллана. Һөҙөмтәлә крәҫтиән-фермер хужалығының етештереү ҡеүәте лә артасаҡ. Хужалыҡ йылына 10 тоннаға тиклем һарыҡ ите һатырға ниәтләй. Өҫтәүенә, фермерҙың 385 гектар ере лә бар.
Тағы ла бер ауыл хужалығы предприятиеһында — “Нур+Р” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә — Рөстәм Хәмитов ер эшкәртеү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды. Йәмғиәт 2006 йылда “Искра” ауыл хужалығы кооперативы базаһында ойошторолған. Бында 4 мең гектар ер бар, шуларҙың 1 800 гектары — һөрөнтө ер. Шулай уҡ машина-трактор паркы, 2,4 мең тонна иген эшкәртеү һәләтенә эйә булған ырҙын табағы эшләй. Әле предприятиела тупраҡтың өҫкө
ҡатламын ғына эшкәртеү технологияһын ҡулланалар, әммә һуңғы йылдарҙағы һөҙөмтә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Ҡатмарлы һауа шарттары ла етештереү күләменең байтаҡҡа кәмеүенә килтергән. Ҡоролоҡ арҡаһында хужалыҡтың табышы бер йыл эсендә 24 миллион һумдан 12 миллион һумға тиклем кәмегән. Шуға күрә аграрийҙар эш алымын үҙгәртергә мәжбүр. Әле етәкселек ҡоролоҡ шарттарында тупраҡты мөмкин тиклем аҙыраҡ эшкәртеүҙе күҙаллаған заманса технологияға өмөт бағлай. Рөстәм Хәмитов та был алымды хупланы. 45 кеше эшләгән “Нур+Р” йәмғиәте үҫемлекселек, шулай уҡ умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Бында 28 күс, 250 баш һыйыр, 48 орлов юртағы бар. Һуңғы йылдарҙа производствоны яңыртыуға һәм киңәйтеүгә 25 миллион һум инвестиция һалынған. Был аҡсаға 110 һыйырға иҫәпләнгән компьютерлаштырылған заманса һауыу цехы асылған, капиталь ремонт яһалған.
Байҡыбаш ауылындағы “Өфө урман сәнәғәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостанда ағас эшкәртеү комплексын ойоштороу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырған “Кроношпан” компанияһы менән хеҙмәттәшлеккә әҙерләнә. Инвестор вәкилдәре менән һөйләшеүгә ярашлы Асҡын предприятиеһы ағас сеймалы менән күпләп тәьмин итергә ниәтләй. Рөстәм Хәмитов “Өфө урман сәнәғәте” етәкселегенә “Кроношпан” компанияһы менән хеҙмәттәшлеккә етди әҙерләнергә кәңәш итте, сөнки ул ҙур баҙарға юл аса.
Башҡортостан Президенты йәмғиәт етәкселеге менән предприятиелағы хәлде һәм етештереү күләмен арттырыуға ҡағылышлы пландарҙы тикшерҙе. Рөстәм Хәмитов бында 2011 йылда килгән. Шул осорҙан алып предприятиеның табышы дүрт тапҡырға артҡан. Быйыл да үҫеш һаҡланып ҡала: тулы булмаған ярты йыл эсендә продукция күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 80 процентҡа үҫкән.
“Башагропром” траст компанияһында ла республика башлығы һөт етештереүҙе арттырыу, яңы продукция сығарыу буйынса ниәттәр менән ҡыҙыҡһынды. Һөт заводы 2006 йылда асылған. Уның етештереү ҡеүәте тәүлегенә 209 тонна һөт эшкәртеү, 15 төрлө продукция, шул иҫәптән эремсек һыуы нигеҙендәге эсемлектәр сығарыу мөмкинлеген бирә.
— Сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереү — һеҙҙең өҫтөнлөк, — тине республика етәксеһе. — Ошо сифатты һаҡлап ҡалырға тейешһегеҙ.
Бында Президентты һөт заводын сеймал менән тәьмин иткән Әртәкүл йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаларын төҙөү һәм реконструкциялау проекты менән таныштырҙылар.