— Беҙгә вуз бөткәндәр уҡырға килә, — тигәйне һөнәри училищелағы бер танышым. — Себергә эшкә урынлашыр өсөн эшсе һөнәрҙәренә эйә булырға кәрәк. Ысын ир-егет машина-трактор йөрөтөргә, иретеп йәбештерергә, умарта ҡарарға, электр менән эш итә белергә тейеш. Училище-лицейҙарҙа "тормошсан" һөнәр алғандар юғалып ҡалмай, үҙ урынын таба, эшле лә, ашлы ла була.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында урынлашҡан 90-сы һөнәрселек лицейы бына 65 йылдан ашыу инде эшсе кадрҙар әҙерләүен дауам итә. Ошо дәүерҙә 25 меңдән ашыу умартасы, ЭВМ операторы, һатыусы, шофер, тракторсы, слесарь, иретеп йәбештереүсе, умартасы, һатыусы-оператор, ашнаҡсы һәм башҡа белгестәр әҙерләп сығарған.
Ошонда сынығыу мәктәбен үткән йәш быуын вәкилдәре, оло тормошта үҙ һуҡмағын табып, ныҡлы аяҡҡа баҫҡан. Улар араһында хеҙмәте менән дан ҡаҙанған механизаторҙар, хужалыҡ етәкселәре, ауыл Советы хакимиәте башлыҡтары бар. Абруйлы уҡыу йортонда сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн ныҡлы матди-техник база, уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған. Лицейҙың ике йыл элек Башҡортостан Хөкүмәтенең "Иң яҡшы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы" дипломын яулауы ла юҡҡа түгел.
Бында бөгөн 230 ҡыҙ һәм егет уҡый. Араларында Күгәрсен, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә бар. Шуныһы уңайлы: уҡырға алыу Яңы йылға тиклем дауам итә. Тимәк, ни сәбәптәндер мөмкинлек барлығын белмәй ҡалған, һуңлаған үҫмерҙәр һәм йәштәр беҙгә мөрәжәғәт итә ала.
Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бер юлы ике-өс йүнәлештә һөнәр алыу мөмкинлеге бирелгән. IХ кластан һуң да, урта белем менән дә ҡабул итеп, ун төрлө һөнәргә уҡыталар. Мәҫәлән, умартасы, тракторсы, ЭВМ операторы, электр монтеры, ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеүсе слесарь, йәшелсәсе, ашнаҡсы, иҫәпләүсе...
Был уҡыу йортонда матди яҡтан ауырлыҡ кисергән, етем ҡалған йә күп балалы ғаиләлә үҫкән, ҡанат нығытҡан осорҙа ярҙамға мохтаж үҫмерҙәр оло хәстәрлек менән солғап алына. Ғөмүмән, лицей социаль яҡлау ойошмаһы булып та хеҙмәт итә: йәштәрҙе урам йоғонтоһонан һаҡлап алып ҡалып, киләсәккә ҡыйыу юл ярырға мөмкинлек бирә. Көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡланыу, түләүһеҙ йәшәү, стипендия алыу — ҙур ярҙам, әлбиттә. Әле лицейҙа тиҫтәгә яҡын етем бала иҫәпләнә.
Егеттәрҙең күбеһе уҡыуын тамамлағандан һуң армияға бара. Һөнәр алып киткәндәр хеҙмәт иткән ерендә һынатмай, йыш ҡына командирҙарынан рәхмәт хаты килә.
Уҡыу осоронда белем биреү тәжрибә менән бергә үрелеп бара. Бындағы етештереү базаһы бай ғына: 1300 гектар һөрөнтө ер, 252 баш һыйыр малы (шуның 100-ө — һауын һыйыры), 27 баш йылҡы, 18 күс умарта бар. Иген, һоло, арпа, ҡарабойҙай, кукуруз баҫыуҙары гөрләй. Үҙҙәре етештергән ҡымыҙ, картуф, йәшелсә ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләнә, шуға ла ашханала балаларҙы төрләндереп бешерелгән сифатлы, тәмле ризыҡ менән һыйлайҙар. Ошо ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһендә килгән табыш бушлай туҡланыуға, ихата-биналарҙы төҙөкләндереүгә тотола. Унан тыш, түләүле нигеҙҙә өҫтәмә белем биреү даирәһе лә киң — туғыҙ һөнәргә уҡыталар.
Уҡыу йортоноң директоры Александр Игнатьев Күгәрсен районында тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар урта мәктәптә директор вазифаһында тәжрибә туплаған. 90-сы лицейға етәкселек итеүенә — ун йыл. Хеҙмәте "Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы" тигән юғары исем менән баһаланған. Тап Александр Федорович етәкселек иткән осорҙа уҡыу йорто йылдам үҫеш кисерҙе, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленде. 2011 йылда инновацион белем биреү программаларын индереүсе башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри дәүләт мәғариф учреждениелары араһындағы конкурста еңеп сыҡҡан лицей Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамын алды — 18 миллион һумлыҡ грант отто. Ошо аҡсаға матди-техник база нығытылды: яңы техника алынды, компьютер кластары, лаборатория йыһазландырылды.
Белем һәм тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәләре яҡшы. Балалар район, республика бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша һәм тәүге урындарҙы яулай, лицей данын күтәрә. Һөнәри оҫталыҡ буйынса республика олимпиадаһының "Иң яҡшы тракторсы" номинацияһында — алтынсы, "Иң яҡшы умартасы" тигәнендә икенсе урынды яуланылар.
Лицей биләмәһенә килеп ингәндә һәр ерҙәге тәртип, бөхтәлек иғтибарҙы йәлеп итә. Был да балалар өсөн бик мөһим — хужаның күңеле тупһаһынан билдәле, тиҙәр бит.