Булмышыңды эш йәмләр22.06.2013
Булмышыңды эш йәмләр"Востокнефтезаводмонтаж" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Мәләүез ҡалаһындағы 42-се һәм Өфө ҡалаһындағы 13-сө һөнәрселек лицейҙары менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә. Был уҡыу йорттарын тамамлаған ҡыҙ һәм егеттәргә ыҙаланып эш эҙләйһе түгел, дипломлы белгестәрҙе бында ҡуш ҡуллап көтәләр.

1997 йылда ойошторолған Мәләүездәге 42-се һөнәрселек лицейын республиканан сит тарафтарҙа ла яҡшы беләләр. Дүрт тиҫтә йыл эшләү дәүерендә уҡыу йорто 15 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙҙы илебеҙ өсөн кәрәкле һөнәргә өйрәткән. Төплө белгестәр әҙерләү – лицейҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, машинист, иретеп йәбештереүсе, лаборант һәм башҡа һөнәр алыуҙары – шуға асыҡ миҫал.
– Беҙҙә кадет корпусы ла бар. Унда балаларҙа ихтыяр көсөн үҫтереүгә һәм көтөлмәгән төрлө хәл-ваҡиғаларға ҡаршы тороуға әҙерлек етди алып барыла, – ти директор А. Чернышев. – Уҡыу осоронда улар "Йәш һалдат курсы", "Оливковый берет", "Ҡыш", "Зеленка" тигән марш-бросоктарҙа ҡатнаша. Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөү, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тәбиғәт ҡосағына сығыу матур йолаға әйләнде.
Былтыр 234 сығарылыш уҡыусыһының өстән ике өлөшө, юғары разрядҡа эйә булып, һөйөнөслө мәлен кисергән, 23 егет һәм ҡыҙ ҡыҙыл диплом алып шатланған, шул уҡ ваҡытта күптәр юғары уҡыу йорттарына ингән, бүтәндәр эшкә урынлашҡан.
* * *
Булмышыңды эш йәмләрҠаланың 13-сө һөнәрселек лицейы бай тарихҡа эйә. Уҡыу йорто 9-сы фабрика-завод мәктәбе булараҡ асыла. Тәүге осорҙа ла, әле лә белем усағы илгә эшсе һөнәрҙәр әҙерләү маҡсатына тоғро.
– Беҙҙә уҡығандарҙың береһе лә эшһеҙ интекмәй, – ти педагогтар. – Балта оҫтаһын, мейес сығарыусыны, ташсыны, йөҙләүсене, сантехникты, слесарҙы өйҙәренән килеп алалар икән, был күп нәмә тураһында һөйләй. Теләгәндәр артабан уҡыуын төрлө вузда дауам итә.
"Востокнефтезаводмонтаж"дың генераль директоры Хәлит Бикмөхәмәтов билдәләүенсә, предприятие менән белем усағының хеҙмәттәшлек ептәре ныҡлы, унда тырыш һәм маҡсатлы йәштәр эшкә килә, һәр береһе ышаныслы.
Лицей үҙенең алдына оло маҡсаттар ҡуйған. Матди базаны үҙгәртеп ҡороу, уҡыу-методик ресурс үҙәген төҙөү, яңы социаль партнерҙар менән бәйләнеш булдырыу һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Булмышыңды һәр саҡ эш йәмләр тигәндәй, бәләкәйҙән ниндәй ҙә һөнәрҙе үҙләштергәндәрҙең донъяһы ла төҙөк була, улар етеш тә йәшәй.


Вернуться назад