Өфө дәүләт нефть техник университеты — Рәсәйҙәге төп техник вуздарҙың береһе. 65 йыл дәүерендә уҡыу йортонда яғыулыҡ-энергетика, нефть һәм газ тармаҡтары өсөн 85 меңгә яҡын юғары квалификациялы белгес әҙерләнгән, юғары һөҙөмтәле технологиялар ғәмәлгә ашырылған. Университет халыҡ-ара юғары белем биреү системаһына инә. 1996 йылдан — Халыҡ-ара университеттар ассоциацияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
Уҡыу йорто составына һигеҙ факультет, Иҡтисад институты, Вузға тиклем белем биреү үҙәге, аспирантура һәм докторантура, өҫтәмә һөнәри белем биреү институты инә. Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында филиалдары бар.
Әле университетта бөтә йүнәлештәр буйынса 15 мең самаһы студент белем ала, уларҙы юғары квалификациялы уҡытыусылар, профессорҙар әҙерләй. Вузда инглиз һәм ғәрәп телдәре тәрән өйрәнелә.
Йәштәрҙең үҫеше өсөн бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Студенттар ҡаласығында һигеҙ дөйөм ятаҡ, поликлиника, көндөҙгө стационар, фитобар, шифахана-профилакторий, туҡланыу комбинаты, спорт-һауыҡтырыу комплексы, тарих музейы, көнкүреш хеҙмәттәр комплексы, почта бүлексәһе, кер йыуыу бүлмәләре урынлашҡан. Ҡаласыҡта шулай уҡ һигеҙ уҡыу корпусы, китапхана ла бар.
Студенттың һаулығы, уҡыу сифаты туҡланыуға бәйле. Университетта тәмле итеп, бер үк ваҡытта сағыштырмаса арзан хаҡҡа туҡланырға мөмкин. Вузда ике ашхана, һигеҙ буфеттан торған Социаль үҫеш үҙәге эшләй. Өс буфет дөйөм ятаҡта урынлашҡан. Уларҙа иртәнге һәм төшкө аш тәҡдим ителә.
Үҙенең поликлиникаһы булған вуздар Башҡортостанда күп түгел. Поликлиника 5-се дөйөм ятаҡтың беренсе ҡатында урынлашҡан. Студент сирләһә, үҙе уҡыған факультетҡа беркетелгән терапевҡа мөрәжәғәт итә ала. Бына 40 йыл инде уҡыу йортонда шифахана-профилакторий эшләй. Унда 40 меңдән ашыу кеше сәләмәтлеген нығытҡан. Профилакторий студент ҡаласығы эргәһендәге парк зонаһында дүрт ҡатлы бинала урынлашҡан. Студенттарҙы сәләмәт тормошҡа, физик камиллыҡҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән уҡыу-физкультура комплекстары, стадион, саңғы базаһы, тренажер залы бар. Уҡыу йылында тәрбиәүи эште әүҙемләштереү маҡсатында төрлө саралар ойошторола. Ундайҙарға 20 спорт төрө буйынса факультет-ара спартакиада, "Сәләмәтлек һәм спорт көндәре" фестивале, студенттар профкомы Кубогына дөйөм ятаҡтар араһында футбол, баскетбол, волейбол, еңел атлетика, шахмат буйынса спартакиада, һигеҙ спорт төрө буйынса Рәсәйҙәге нефть һәм газ вуздары араһындағы ярыштар, сит ил студенттары араһында футбол буйынса чемпионат инә.
Студенттар ҡаласығында шулай уҡ Йәштәр һарайы ла бар. Ул дөйөм ятаҡтан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бындағы Тәрбиәүи эште ойоштороу үҙәгендә ун коллектив эшләй. Вуз уҡыусылары бында бушлай шөғөлләнә. Үҙәк "Студент сафына ҡабул итеү", "Премьер", "Студент яҙы", "Рок-фестиваль", "КВН" уйындары кеүек саралар үткәрә. Улар йәштәрҙең ижади һәләтен үҫтерә, һайлаған һөнәрҙең һәм уҡыу йортоноң абруйын арттыра.
Ижади үҫеш һәм мәҙәниәт буйынса ижтимағи факультет 2011 йылда вуздан тыш мәҙәни мөхитте үҫтереү маҡсатында ойошторола. Үҙенең эшендә ул Өфөнөң һәм Башҡортостандың мәҙәни ҡеүәтен файҙалана, уҡыу йортоноң концерт залына, аудиторияларына иң яҡшы ижади коллективтарҙы, башҡарыусыларҙы йәлеп итә, театр, концерттарға, музей, күргәҙмәләргә сәфәрҙәр ойоштора. Студенттар ҡаласығынан ситкә сыҡмайынса йәштәр Башҡортостандың, Рәсәй һәм сит илдәрҙең мәҙәни тормошо менән танышыу мөмкинлегенә эйә.
Былтырҙан башлап университет Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының гранты, шулай уҡ вуздың үҙ аҡсаһы иҫәбенә студенттарҙың үҙидара системаһын үҫтереү, юғары һөнәри белемде яңыртыуҙа йәштәрҙең әһәмиәтен арттырыу маҡсатында "Студент башланғыстарына булышлыҡ итеү — уңыштың нигеҙе" тигән программаны тормошҡа ашыра.
Студенттар үҙидара советының төп көйләүсе органы — ул профсоюз ойошмаһы. Был орган юғары уҡыу йорто хакимиәте, уның структур подразделениелары һәм студент советтары араһында эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре буйынса бәйләүсе звено булып тора. Былтыр "Студент башланғыстарына булышлыҡ итеү — уңыштың нигеҙе" Өфө дәүләт нефть техник университетындағы студент берекмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаһына ярашлы йәштәр араһында әһәмиәтле "Нефть университетының мәғлүмәти каналы" телевидениеһы, "Университет буйлап виртуаль экскурсия", "Карьера траекторияһын үҫтереү һәм хеҙмәт баҙарында һөнәри йүнәлеш", "ЮНЕСКО-ның интернациональ клубы” кеүек проекттар асыҡланды һәм өҫтәмә федераль финанслау иҫәбенә тормошҡа ашырылды.
Университетты тамамлаусылар Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының, сит илдәрҙең төп предприятиеларында һәм компанияларында уңышлы эшләй.
Уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы үҙ эшен башланы. Тулыраҡ мәғлүмәтте университеттың сайтынан (www.rusoil.net) алырға мөмкин.