5 – 6 декабрҙә Латвияның баш ҡалаһында тәүге тапҡыр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы сығыш яһаны. Рига халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына «Аҡҡош күле» һәм «Ромео менән Джульетта» тәҡдим ителде. Был ике спектакль Латвияның мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаға әйләнде һәм ошо илдә йәшәүсе яҡташтарыбыҙға байрам рухы бүләк итте.
Халыҡтан Рәсәй һәм Башҡортостан тураһында бик күп йылы һүҙ ишеттек. Башҡорт халҡының сит илдәге вәкилдәре булараҡ, беҙ оло ғорурлыҡ, сикһеҙ ҡыуаныс кисерәбеҙ.
Балет артистары менән бергә Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камила Дәүләтова һәм театрҙың етәксеһе Юрий Стульников та килгәйне. 7 декабрҙә Рига Думаһы улар өсөн эшлекле һәм мәҙәни саралар ойошторҙо. Республика делегацияһы урындағы башҡорт диаспораһы вәкилдәре, атап әйткәндә, Латвия башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зимфер Кәлимуллин, уның урынбаҫары Финат Ғәзизов, идара ағзаһы Рина Хәмитова менән осрашты. Ҡунаҡтар Латвия башҡорттарының нисек йәшәүе, ниндәй ихтыяждары, теләктәре, маҡсаттары барлығы хаҡында һорашты, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте дауам итеү мәсьәләһе ҡаралды.
Камила Дәүләтова Латвия башҡорттары ҡоролтайына Ригалағы сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡорт халҡының рухи-мәҙәни үҫеше мәнфәғәтендә әүҙем эш алып барған Рина Хәмитоваға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Ә. САФИН.
Латвия.