Телебеҙҙе һаҡлауға тоғро юл21.06.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Белем — Хоҙай Тәғәләнең әҙәм балаһына биргән иң ҙур бүләге. Изге "Ҡөрьән Кәрим"дең тәүге аяты уҡ уҡырға, яҡтылыҡҡа ынтылырға әйҙәй.
"Ғилем — осҡан ҡоштор йә ҡасҡан кейектер, яҙыу — уға тоҙаҡтыр", — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был йәһәттән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, милли баҫмаларыбыҙҙың әһәмиәте ифрат ҙур. Һәр яҡлап мәғлүмәтле булырға ынтылған халҡыбыҙ борон-борондан матбуғатҡа айырым иғтибар бүлгән. Бөгөн дә ошо йолаға тоғро ҡалырға тейешбеҙ. Милли баҫмаларыбыҙҙа илдең, республиканың хәле, барлыҡ тармаҡ яңылыҡтары, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре ҙур урын алып тора. Уларҙы уҡып ҡына ҡалмайынса, күңелебеҙ аша үткәреп, дөрөҫ фекерҙәрҙе, кәңәштәрҙе тормошобоҙҙа ҡулланырға, балаларыбыҙға еткерергә тейешбеҙ. Шул ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, матбуғаттың әһәмиәте артыр, йәшәйешебеҙгә лә, күңелебеҙгә лә шифа килтерер.
Үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе, тәҡдимдәрҙе, кәңәштәрҙе гәзит-журналға яҙып ебәреп тә тормошобоҙҙағы күп кире күренеште ыңғай яҡҡа үҙгәртә алабыҙ. Ошолай берҙәм, фекерләшеп эшләһәк, иншаллаһ, милли баҫмаларыбыҙҙың көсө тағы ла артыр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: "Биргәндә лә кәмемәй торған нәмә бар: ул — ғилем", — тигән икән, белемебеҙҙе, тәжрибәбеҙҙе, күңелебеҙҙәге хис-тойғоно уртаҡлашыу, уртаға һалып һөйләшеү, дөрөҫ йүнәлеш табыу мөмкинлеген асҡан милли матбуғатыбыҙҙан айырылмайыҡ, уны ҡәҙерләйек. Изге эшебеҙ Хоҙай биргән телебеҙҙе, милләтебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡларға тоғро юл булыр. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо хәҡиҡәтте аңларға насип ҡылһын. Амин.