(шиповник)
Был файҙалы үҫемлек, шөкөр, Башҡортостанда күпләп таралған. Халыҡ телендә “ҡырағай рауза” тип тә аталған ҡыуаҡтар йәй башында матур алһыу сәскәләренең хуш еҫен әллә ҡайҙарға таратып ултыра, ә миҙгел уртаһынан инде һарынан башлап алһыу, ҡыҙыл төҫтәргә ингән емештәре менән тирә-йүнде йәмләй. Сәскәләре сәйгә хуш еҫ бирә, ә күпме шифалы матдә унда!
Емештәре оҙонса булғанлыҡтан бер аҙ эт моронон хәтерләтә. Халҡыбыҙҙың тәбиғәтте әкиәти күрә белеүе шауҡымы – уны элгәре этморон тип атағандар, шул яйлап әлморонға әүерелгән. Күп кенә төрки халыҡтарҙа ул әле лә эт мороно атамаһын йөрөтә.
Гөлйемештең еләктәре тураһында көҙөн иҫкә төшөрөрбөҙ, иншалла. Әле сәскәләре тураһында һөйләшәйек. Рауза сәскәләре ҡайнатмаһы тураһында ишеткәнегеҙ, хатта әҙерләгәнегеҙ барҙыр, бәлки. Беҙҙә ул һуңғы йылдарҙа ғына тарала башланы. Мин тәүләп тәмләгәндә хуш еҫенә, тәменә һоҡландым, әммә сәйҙе хушбуй менән эскәндәй тәьҫир ҡалды. Әммә аҙаҡ үҙем эшләп ҡараным һәм бик оҡшаттым.
Дауа булараҡ, әлморон сәскәләрен балда ҡайнатып, сиртмә менән ауырығанда ябалар. Сәйгә һалынған нәфис, алһыу таж йәлберсәктәренең ашҡаҙанға, эсәккә, теш ҡаҙнаһына файҙаһы ҙур. Сәләмәтлекте нығыта, хәл индерә.
Был үҫемлекте халҡыбыҙҙың бик яратҡанлығы Гөлйемеш тигән исемдең йыш осрауынан да күренә.
Гөлйемеш ҡайнатмаһыӘлбиттә, уның сәскәләрен күп йыйып булмай, кәрәкмәй ҙә, сөнки еләге лә мөһим бит. Баҡса әлмороно сәскәһе эрерәк, мин шуны ҡайнатам. Күпме йыйһағыҙ ҙа, нисбәтен мин биргән рецепт буйынса билдәләгеҙ. Сәскәне иртән йыйыу яҡшыраҡ – хуш еҫлерәк була. Йәлберсәктәрҙең аҡ, ҡатҡыл өлөшөн өҙөп ташлайбыҙ.
Ярты кило самаһы сәскә, кило ярым шәкәр, ярты лимон кәрәк була. Сәскәләрҙе ваҡлап, ярты кило шәкәргә һалып ике көн тотабыҙ. Өсөнсө көнөнә ҡалған шәкәрҙән лимон һуты ҡушып сироп әҙерләйбеҙ ҙә, сәскәне һалып, әҙер булғанса һүрән утта ҡайнатабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!