Айыу баланы21.06.2013
Айыу баланы(жимолость)
Республикабыҙ урмандарында үҫкәне ҡыҙыл еләкле һәм ағыулы. Айыу баланының ашарға яраҡлы төрҙәре лә күп, хәҙер уны баҡсала үҫтерә башланылар. Оҙонса еләктәренә, әйтерһең, көртмәле менән мышар тәме ҡушылған, төҫө лә көртмәлене хәтерләтә. Ҡыуаҡтан ғына алып ҡапҡанда әллә ни тәмле түгел кеүек — әсерәк, ә бына шәкәр йәки бал менән шәп! Етмәһә, ул июнь башында уҡ, башҡа еләктәрҙән алда, бешеп етә. Ҡайнатма ла, компот та әҙерләргә мөмкин унан, ә ойотҡан-ҡатыҡ, кефир менән ҡушҡанда, бына тигән файҙалы, тәмле ризыҡты табынға ҡуйып була.

Балан баҡсаһы үҫтергән
Тау башында бер айыу.
Ниәте, ти, балан һатып
Йәнлек илендә байыу.
Балан бешкән — ҡыуаҡтарҙа
Ҡыҙарып янып тора,
Тик берәү ҙә һатып алмай,
Барыһы башын бора.
Баҡһаң, айыу баланының
Емештәре бик тәмһеҙ,
Етмәһә, ағыуланалар
Ашап ҡуйһалар ғәмһеҙ.
Байый алмаған, ти, айыу,
Ташлап ҡуйған баҡсаһын.
Белегеҙ, ғәзиз балалар,
Һәр еләк ашауға бармай
Булһа ла матур, сағыу!


Вернуться назад