Гәзит-журналһыҙ йорт — тәҙрәһеҙ бүлмә21.06.2013
Әле матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро. Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе коллективы йыл да ошо сараға ихлас ҡушыла.

Район тормошоноң барлыҡ өлкәләрен яҡтыртҡан "Таң"ды, республика баҫмаларынан "Башҡортостан", "Йәшлек", "Йәншишмә" гәзиттәрен, "Башҡортостан ҡыҙы", "Ағиҙел" һәм "Аманат" журналдарын яратып уҡыйҙар. Зинира Хәсәнова, Гүзәл Сәғитова, Рөстәм Сәйәхов, Фәнүзә Мөхәмәтйәнова, Тәслимә менән Радик Насировтар айырыуса әүҙем.
Уҡытыусыларҙың матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыуы хуплауға лайыҡ. Уларҙан күреп, өлгө алып мәктәп балалары ла яҙыла. Тәрбиә һәм белем биреүҙә ярҙамсы, таяныс булған гәзит-журналды уҡымау, ҡулланмау һис тә килешкән эш түгел. Шуға ла һәр ата-әсәгә: "Әлеге баҫмалар өйгә килергә тейеш, ундағы мәҡәләләрҙе файҙалана белегеҙ", — тип әйтке килә. Ғөмүмән, хөрмәтле ҡан-ҡәрҙәштәр, рухи аҙыҡһыҙ ҡалып ҡуймайыҡ. Матбуғатлы йорт — нурлы, рухлы йорт ул.


Вернуться назад