Ҡайын ҡиммәткә төштө...20.06.2013
Ҡыйғы район суды законһыҙ ағас киҫкән ғәйеплегә хөкөм ҡарары сығарҙы.

41 йәшлек Алик Заһитовтың Ҡыйғы ауылы участка урмансылығында 336 төп ҡайынды рөхсәтһеҙ ҡырҡҡанлығы асыҡланған. Һөҙөмтәлә урман фондына 1,3 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. Ошо йылдың ғинуарында суд А. Заһитовты 1,5 йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм иткәйне. Урман хужалығына килтерелгән оло зыянды үҙ ирке менән ҡапларға йыйынмаған ғәйепленән 1,3 миллион һумды ҡайтартыу өсөн район прокуратураһы судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итте.


Вернуться назад