Үҙ гранты бар20.06.2013
Үҙ гранты барСығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра, уҡытыусылар уҙған осорға йомғаҡ яһау, яңыһына бурыстар билдәләү менән мәшғүл. Сибайҙа был йәһәттән хәлдәр нисек? Һүҙ – ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ғаяз ХӘСӘНОВҠА:

— Сибайҙа белемле, тәжрибәле, үҙ эшенә яуаплы һәм ижади ҡараған уҡытыусылар байтаҡ. Дәресте, төрлө отошло алымдар ҡулланып, заманға ярашлы инновацион ысулдар ярҙамында үткәрәләр. Һөҙөмтәлә балаларҙа дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта, предметты төплө өйрәнеү теләге уяна.
Мәғариф идаралығы ижади ҡарашлы уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Һәләтле балаларҙы асыҡлау, улар менән шөғөлләнеү буйынса маҡсатлы программалар ҡабул ителгән. Мәҫәлән, “Мәғариф һәм сәләмәтлек”, “Эрудит”, “Сибай аҫылташтары”. Ҡала хакимиәте тарафынан программаларҙы тормошҡа ашырыуға 278 мең һум өҫтәмә аҡса бүленде. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалала ике юғары уҡыу йорто филиалы, бер нисә профессиональ колледж уңышлы эшләй. Тап улар, йәғни колледж һәм институт педагогтары, һәләтле балалар менән эшләүгә үҙ өлөшөн индерә.
Сибай уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиада, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай. Йыл һайын алдынғы урын яулап, ҡалабыҙҙың уңыш-ҡаҙаныштар тупланмаһын тулыландыралар. Мәғариф идаралығы тарафынан йыл да үткәрелгән һәләтле балалар слеты ла матур йолаға әйләнде. Балалар ижады үҙәгендә үткән сара — талантлы һәм һәләтле балалар өсөн оло байрам. Слетта республика олимпиадаларында, ғилми-ғәмәли конференцияла еңгәндәр, спорт өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡыусылар тәбрикләнә. Уларға ҡала хакимиәте, мәғариф идаралығы исеменән маҡтау грамотаһы, сертификат, дипломдар, төрлө бүләктәр тапшырыла. Слетта ҡатнашҡандар араһында сығарылыш уҡыусыларының күп булыуы һөйөндөрә. 2012/13 уҡыу йылында Сибайҙың урта мәктәптәре уҡыусылары республика кимәлендә төрлө фән буйынса үткән олимпиадаларҙа 23 призлы урын яуланы. IХ класс ҡыҙҙары Ынйы Сөләймәнова менән Виктория Охотникова Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу бәхетенә өлгәште. Әлбиттә, йәштәребеҙҙең юғары ҡаҙаныштарында уҡытыусыларҙың ғәйәт ҙур хеҙмәте сағыла. Бигерәк тә Земфира Шәрипова, Әминә Хәмитова, Нелли Вдовина, Сажиҙә Илембәтова, Зөлфиә Ҡарасова, Тамара Субботина, Гөлнәзирә Игелекова, Гөлнара Әйүповаларҙың тәрбиәләнеүселәре һынатмай, йыл һайын олимпиада призеры була. Йәш уҡытыусылар өсөн Сибай ҡалаһы хакимиәте грантын булдырҙыҡ. Аҡсалата премия ҡалабыҙҙың иң яҡшы уҡытыусыларына август кәңәшмәһе уңайынан тапшырыла.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларға ҡағылышлы проблемалар ҙа ыңғай хәл ителә. Күптән түгел ҡалала 220 урынлыҡ “Әкиәт” исемле балалар баҡсаһы асылды. Әле тағы 140 урынға иҫәпләнгәне төҙөлә башланы. Киләһе уҡыу йылынан сиратта торған кескәйҙәр бермә-бер кәмейәсәк.


Вернуться назад