Татыулыҡта — тормош йәме20.06.2013
Татыулыҡта — тормош йәмеНәғимйәндең тамырҙары Белорет районының Ҡаһарман ауылына барып тоташа. Бураш батырҙың бер туған ҡустыһының кәләше өс йәшлек улы менән етем ҡалғас, Таҡһырға кейәүгә сыға. Шәғәли Шаҡман тоҡомонан булған кескәй Ҡаһарманды Таҡһыр-Теләнсе үҙ улы кеүек ҡабул итә, уға матур тәрбиә бирә. Үҫеп етеп, егет ҡорона ингән Ҡаһарманға Ғәйниә исемле ҡыҙҙы әйттерәләр.

Нәғимйән


— Атайым Астанғәлиҙең ата-әсәһе була инде Ҡаһарман олатай менән Ғәйниә өләсәй, — ти баҫалҡы ғына итеп Нәғимйән ағай. — Әле Таҡһырҙа йәшәп ятҡан Ҡаһармановтар ана шулай таралған...
Әҙәм яҙмыштарына иҫ-аҡылың китерлек, уйлап ҡараһаң. Нәғимйән ағайҙың да башынан һыйпап ҡына тормаған тәҡдир атлы үгәй әсә. Ҡыҫынҡы ғына өйҙә — береһенән-береһе ваҡ ун бер бала. Уларҙың бишәүһе кесе йәштә үлеп ҡалған. Әсәйҙәре — тегенсе, ҡул энәһе менән ауылдаштарына кейем-һалым теккән. Атайҙары, күмәк баланы аҫрар өсөн, йыш ҡына он тартып ултырыр булған. Тәртипле, тәрбиәле ғаиләнең өй мөйөшөндә һәр ваҡыт Ҡөрьән китабы ятҡан.
Ҡатынынан күпкә олораҡ булған Астанғәле олатай 1947 йылда донъя ҡуя. Нәғимйән ағайҙың әсәһе лә иренән ҡалып оҙаҡ йәшәмәй: ваҡ ҡына балаларын үкһеҙ етем ҡалдырып, яҡты донъянан китеп бара.
— Муллайән ағайым армияла ине. Миңә ҡарап ҡалды ҡустыларым менән берҙән-бер һеңлем. "Туғандарыңды тәрбиәләй алмаҫһың, балалар йортона бир", тигәстәр, иң бәләкәстәрен — Һәҙиәне, Рамазанды, Фазылйәнде — Асҡар балалар йортона урынлаштырҙым. Рәхимйән ҡустым эргәмдә ҡалды. Бәләкәстәрҙе бик йәлләйем, тик ни хәл итәһең инде, — ағай көрһөнөп ҡуя. — Бер уйлаһаң, улар уҡып, һәйбәт һөнәр алды. Ауылда ҡалһалар, уҡыу ҙа насип булмаҫ ине.
Нәғимйән Ҡаһарманов үҙе кесе генә йәшенән колхоз эшендә йөрөй. Үҫмер ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы йыйып, урман ҡырҡып, һал ағыҙыуға оҙатыр булғандар ул замандарҙа. Әле быуындары ла нығынып өлгөрмәгән бала-саға тормоштоң әсе һурпаһын етерлек татый әлеге ауыр, хатта өлкәндәр өсөн дә хәүефле эштә. Нәғимйән ағайҙы ла был ҡаты һынау урап үтмәй.
— Ағас бысабыҙ. Бригадир беҙҙе: "Йығыласаҡ ҡарағайҙың төбөндәрәк тороғоҙ, ҡайһы яҡҡа ауышыуын күҙәтегеҙ", — тип киҫәтә. Ләкин ун дүрт-ун биш йәшлек ҡыҙҙар яҡын торорға ҡурҡып, ситкә ҡаса. Шул рәүешле имгәнеүселәр күп булды. Ауып барған ҡарағай үҫеп ултырғанына бәрелеп, уныһын да, ғәҙәттә, ҡолата, ауыр олондоң ҡайһы тарафҡа шылырын бер Хоҙай ғына белә... — хәтирәләрҙән ағайҙың йөҙөнә һағыш күләгәһе йүгерә.
Бер ваҡыт күрше ҡыҙын йыуан ҡарағай аҫтында инде ҡалды тигәндә саҡ-саҡ ситкә тартып алып өлгөрә. Ул ҡыҙыҡай һуңынан еңгәм булып китте.
1954 йылдан Нәғимйән Ҡаһарманов малсылыҡта хеҙмәт юлын башлай. Уның айныҡ, яуаплы кеше икәнлеген күргән бригадир: "Миңә мал ҡарауға һинең кеүек эшсән кәрәк", — ти. Ғүмере буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы тир түгә ул шунда. Күп тапҡыр коммунистик хеҙмәт ударнигы була, миҙалдар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, тантаналы йыйылыштарҙа уның исемен маҡтап телгә алмай ҡалмайҙар.
— Элек мал-тыуар күп ине бит. Һарығы ла, һыйыры ла булды Таҡһырҙа. Хәҙер генә ул ни фермаһы, ни эше юҡ йәштәргә, — башҡа бик күптәр кеүек үк, ул да илдең иртәгәһен уйлап хафалана. — Ярай ҙа беҙ, пенсионерҙар, ҡайһылай ҙа көн итербеҙ. Һаман былай дауам итһә, йәштәр ҡалайтыр?..
Эйе, дөйөм алғанда, халыҡ арыуыраҡ йәшәй башлаған һымаҡ. Ауылдарҙа яңы йорттар күтәрелә, шәхси машиналар, башҡа төрлө техника күбәйә. Эшҡыуарҙар һаны ла арта, буғай. Әммә һәр кемгә кәсеп итеү һәләте бирелмәгән, унан ниндәй ҙә булһа эш башлау өсөн башланғыс сығымдар ҙа талап ителә бит әле. Ә эшһеҙлек кимәле һаман күтәрелә бара. Бөтә нәмәгә, шул иҫәптән аҙыҡ-түлеккә, коммуналь хеҙмәтләндереүгә хаҡтар артҡандан-арта. Оло быуын вәкилдәрен был мәсьәләләр борсомай ҡалмай, әлбиттә. Ләкин улар аҙына ла шөкөр итеп, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәреп өйрәнгән. Шуға күрә бөгөнгө йәшәйеш олатай-өләсәйҙәр, апай-инәйҙәр, ағай-апайҙар өсөн ожмахҡа тиң. Улар кисергән ыҙалыҡтар менән сағыштырғанда, ысынлап та шулай.
"Һуғыш йә аслыҡ ҡына була күрмәһен, — Нәғимйән ағайҙың был һүҙҙәре уның бөтә тиҫтерҙәренең дөйөм теләге булып яңғырай. — Бүтән ҡыйынлыҡтар үтеп китә ул".
Н. Ҡаһарманов биш йыл самаһы ферма мөдире вазифаһын да башҡарған.
— Һауынсы булып йәп-йәш кенә ҡыҙҙар килә, күбеһенә — 15-16 йәш. Эшкә етди ҡарай белмәйҙәр, улар өсөн барыһы ла ҡыҙыҡ. Һыйыр һауып ултырғанда, кәзә булып баҡырып, йә шарҡылдап көлөп, кәйефтәрен еңә алмағандар ҙа була торғайны. Сабыр ғына өйрәтәһең, аңлатаһың инде. Әкренләп күнегеп китәләр, — әңгәмәсем йылмайып ҡуя.
Бер саҡ шулай йәш тана һауынсыға һис баш бирмәй икән. Ҡыҙыҡай Нәғимйән ағайҙы саҡырған. Мөдир малҡайҙы тынысландырып маташҡан арала тегеһе мөгөҙө менән ағайҙың күҙен йәрәхәтләгән. Һуңынан уға бик оҙаҡ дауаханала ятырға тура килә, ләкин табиптар һыңар күҙенең күреү һәләтен ҡайтара алмай.

Шәмсинур

Бына шундай матур исем йөрөтә Нәғимйән ағайҙың ҡатыны. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, "ҡояш нуры" тигәнде аңлата ул. Беҙҙең яҡтарҙа иһә Шәмсинур тип түгел, Сәмсинур ти ҙә ҡуялар. Ярай, әйҙә, шулай булһын: эш унда түгел. Иренең тормошонда, моғайын, ул ҡояш нуры кеүек булғандыр, сөнки һикһәнде үткән Шәмсинур апайҙың теремек, еңел кәүҙәһенә, һаман да нур сәсеп торған күҙҙәренә, асыҡ йөҙөнә ҡарайым да, эй, Аллам, һәр ҡайһыбыҙға ла олоғайған көндә шундай алсаҡлыҡ, ихласлыҡ насип итһәң икән, тип уйлайым.
Апай — Тәпән ауылынан. Уның әсәһе лә ҡыҙы бәлиғ булыр-булмаҫтан үлеп ҡалған. Ишҡолға йөрөп уҡыған зирәк ҡыҙҙы уҡытыусыһы уҡыуын ташламаҫҡа өндәгән, тик заманалар ауыр, етешһеҙ саҡ. Унан, йәһәтерәк үҫеп етәһе, үҙаллы булғыһы ла килә бит әле. Бауыры ла ҡалҡмаған бала-сағаны урман эшенә, ағас ағыҙыуға йәлеп иткәндәр, тигәйнек инде. Шәмсинур апай ҙа тиҫтерҙәре менән Әүжән, Ҡағы яҡтарына оҙатыла. Сыҙамай ҡасып ҡайтҡан саҡтары ла була балаларҙың. Әммә аяуһыҙ осорҙоң үткер күҙҙәре күп: йәнә йыйып алып эшкә ебәрәләр. Ун өс-ун биш йәшлек кенә үҫмерҙәрҙең ҡул бысҡыһы менән ағас йығыуын, унан олондо япраҡ-ботаҡтарҙан әрсеп, сүп-сарҙы үртәп, урман таҙартып йөрөүен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
— Колхоздан өс ҡыҙҙы һал ағыҙырға ебәрергә булдылар бер заман, — тип хәтирәләргә бирелә Шәмсинур апай. — Йәмғеһе ун икеләп баланы йыйҙылар. Бригадир иҫкәрткән була инде, ниҙән һаҡланырға, үҙеңде нисек тоторға. Тик көтөлмәгән хәлдәр ҙә килеп сыға шул. Бер ваҡыт шулай ҡыуышыбыҙ янып китте, үҙебеҙ саҡ ҡотолдоҡ. Ул саҡ ауылдан ат менән алып сығып киттеләр. Темәс, Быяла заводы аша барабыҙ. Аттан машинаға күсеп ултырҙыҡ. Көскә барып еттек. Баракка урынлаштырҙылар. Ундағы сыр-сыу, ығы-зығы — иҫ китерлек. Өлкәнерәк бала-саға "зыҡ" ҡубып уйнай, һуғыша, талаша. Беҙ, бәләкәйҙәр, ҡотобоҙ осоп ҡарап торабыҙ. Төнөн теҙелешеп йоҡларға ятҡан булдыҡ. Йоҡо ҡайғыһымы ни! Алда ни булырын уйлап баш ҡайнай. Иртәгәһенә иҫәпте алдылар ҙа эшкә ҡыуҙылар. Ағасты этеп ағыҙып, Бетерә йылғаһы буйлап барабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә күлдәктә. Уның итәге һыу өҫтөнә күтәрелеп, йөҙөп йөрөй, хәрәкәткә ҡамасаулай. Тора-бара аяҡта бөттө, кейем туҙҙы. Сабата биргән булалар, уныһы ла сыҙамай. Илашабыҙ. Ҡасып ҡайтырға һөйләштек. Арабыҙҙа егет менән йөрөй башлаған бер ҡыҙ бар ине, ул һөйгәненә беҙҙең ниәтте еткергән. Төнөн ҡастыҡ. Бер заман арттан шарт та шорт һыбайлы саба. Бригадир икән. Ҡыуып етте тәки. "Һеҙ инде байтаҡ эшләнегеҙ, аҡсағыҙ әрәм була бит, — тип беҙҙе өгөтләй-әүрәтә башланы. — Кире боролоғоҙ, аҡса алып ҡайтырһығыҙ. Ағасты Иҙелгә алып барып теркәйбеҙ ҙә, машина менән ҡайтарырбыҙ". Нишләйһең, боролдоҡ инде...
(Аҙағы бар).


Вернуться назад