Фотохәбәрсебеҙ һүрәткә төшөрөп алған был үҫмерҙәр — Сермән балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр. Уларҙы түтәл яһап, сәскә ултыртҡан саҡтарында тап иттек. Балалар кишер, сөгөлдөр, тәмләткес үләндәр сәскән, помидор, кәбеҫтә ултыртҡан. Үрсетмәләрҙе лә үҙҙәре үҫтергән.
Хеҙмәт дәресе дауам итә — хәҙер биләмәне күркәмләндерәләр. Тиҙҙән тирә-йүн сағыу сәскәләргә күмелеп, йәм бирәсәк, күҙҙәрҙе ҡамаштырасаҡ, балалар йорто ҡапҡаһын асып ингән һәр кемде һөйөндөрәсәк, тиҙәр. Уларҙың "Альп тауы" беҙ күреп күнеккәндәренән ҡайтышыраҡ, әлбиттә. Әммә ул — балаларҙың үҙ ҡулдары менән хасил ителгән сәскә тауы.
Эш менән мәшғүл үҫмерҙәр тырыш ҡына түгел, талантлы ла булып сыҡты. Ошо көндәрҙә генә ете малай Өфөнән ҡайтҡан. Волга буйы федераль округындағы етем балалар араһында ойошторолған "Бала саҡ йондоҙҙары" фестивалендә ҡатнашып, призлы урын яулағандар. Ҡурайҙа оҫта уйнаған Илнур Ямалетдинов, Сарйән Һатыбалов, Илфат Ҡаһарманов һәм тағы дүрт уҡыусы йәнә сәфәргә йыйына. Был юлы уларҙы Чебоксарҙа көтәләр.
Үҙе лә сәскә кеүек балҡып, иғтибарҙы йәлеп итеп торған Люциә Ямалетдинова хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре генә ишеттек. "Бейеүсе ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе ул", — тине тәрбиәселәр, ғорурланып.