Хата ғына түгел, яла18.06.2013
Был һүҙҙәрҙе эшҡыуар, теш табибы, профессор Радмир Хәсәновтың “Һунарсы көндәлеге” исемле китабын уҡығас әйтергә тура килде. Матур биҙәлгән, бүләккә нәшер ителгән баҫманың 163-164-се биттәрендә автор Рәсәй федерализмына, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған сәйәсмән, исеме бөтә донъяға билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙе “фашист ярҙамсыһы”, “хыянатсы” тип атаған. Китап Өфөлә барлыҡ донъяның алдынғы ҡарашлы йәмәғәтселеге, айырыуса төрки телле халыҡтар бөйөк төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең 120 йыллығын оло байрам итеп билдәләгән осорҙа баҫылған.
Нисек был аҙымға барылды икән? Автор, ошо ерҙә йәшәп тә, халҡыбыҙҙың бөйөк улына яла яғыуы менән эсәр һыуына төкөрөп ята түгелме? Ә хәҙер был “эшмәкәр” Радмир Хәсәнов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидатураһын күрһәтергә йыйына. Бындай аҙымға юл ҡуйылмаҫ, тип ышанам.