1,4 мең уҡыусы һынауҙы үтә алмаған18.06.2013
Башҡортостандың Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарҙы.

24 меңгә яҡын уҡыусының 1,4 меңе (5,8 %) минималь балды йыя алмаған. Былтыр уртаса балл 49,4 булһа, быйыл — 51,1. 100 процентҡа берәү ҙә өлгәшмәгән. Үҙәктә хәбәр итеүҙәренсә, 145 бала мәктәптән белешмә ҡағыҙы менән сығасаҡ, шуның 30-ы — Октябрьский ҡалаһының белем биреү үҙәген тамамлаусылар. Улар урыҫ теленән дә, математиканан да насар билдә алған.
Һөҙөмтәләре менән ризалашмаған кешеләр 19–20 июндә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120) килеп апелляция үтә ала. Бының өсөн ғаризалар ошо адрес буйынса 17 июндән ҡабул ителә башланы.


Вернуться назад