Юл хәрәкәте сикләнә18.06.2013
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ХХVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһы уты эстафетаһы менән бәйле автотранспорт хәрәкәте сикләнә.

Факелды Өфөнөң үҙәк урамдарынан алып барасаҡтар. Сара Йәштәр һарайы эргәһендә (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21) башлана, Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Краснодон, Ленин, Коммунистик, Октябрь революцияһы, Пушкин, Карл Маркс, Зәки Вәлиди урамдарынан үтеп, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда тамамлана. Был урамдарҙа көндөҙгө 1-ҙән 5-кә тиклем транспорт хәрәкәте сикләнә.
ЮХХДИ идаралығы баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға йәмәғәт транспортын файҙаланырға кәңәш итә.


Вернуться назад