Ҡыпсаҡ оҫтаһы18.06.2013
Ҡыпсаҡ оҫтаһыИҙел Назарғоловтың бәләкәй трактор эшләй башлағанын ишетеп белә инем. Бер аҙҙан, бар халыҡты хайран ҡалдырып, урамдан выжлап үтеп киткәс, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уларға юлландым. Ҡапҡанан ингәс тә, бөхтәлек күҙгә салынды. Ә йорт хужаһы үҙенең оҫтаханаһында ихлас эшләй ине. Хәл-әхүәл белешкәс, йәһәтерәк трактор тураһында һорашырға тотондом. Ул, бер ҙә инәлтеп тормай, шөғөлө тураһында һөйләп бирҙе.

— Был тракторҙы эшләү уйы миндә былтыр бесән мәлендә тыуҙы. Көҙҙән машинаға кәрәкле деталдәр туплай башланым. Шулай ҡыш буйы төрлө ерҙән йыйылған тимерҙәрҙе бергә ҡора торғас, бәләкәй трактор килде лә сыҡты. Әйтеүе генә анһат, эше бик мәшәҡәтле. Йә бер әйбер етмәй, йә икенсеһе. Деталдәрҙе төҙәтеп йә һатып алырға тура килде. Уның двигателе, тәгәрмәстәре — машинаныҡы. Алғы һәм артҡы өлөшө тимер менән ябылған. Әле буяу, матурлау эше ҡалды, — тине ул, ихлас йылмайып.
Трактор, бәләкәй булһа ла, ҡеүәтле, Иҙел ағай үҙе әйтмешләй, шәп елдерә! Бесән мәлендә тағырға сапҡысы ла, йөк ташыу өсөн арбаһы ла әҙер. Утын, бесән килтерергә лә була, йомошҡа йөрөргә лә бик ҡулай.
Иҙел ағай мәктәп йылдарында уҡ техникаға ынтыла. Туғыҙынсы класта уҡығанда элекке пластинкаларҙан робот эшләп, физика-электроника өлкәһендә әҙме-күпме уңышҡа өлгәшә. Үҙе һөйләй, йырлай һәм атлай "белгән" был робот, республика күләмендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ошонан һуң ул тағы аквариум, үҙйөрөшлө уйынсыҡ катер һәм башҡа әйберҙәр ҙә эшләгән. Әйткәндәй, быйыл ҡыш оҫта тағы бер кәрәкле әйбер уйлап тапҡан. Биналарға янғын хәбәр итеүсе аппараттар ҡуйыла, улар берәй хәл булһа тауыш сығара. Ә Иҙел ағай уйлап тапҡандың үҙенсәлеге шунда: ул төтөн еҫен "һиҙеү" менән тура хужаһының телефонына шылтырата. "Тимәк, йортто хәүефтән һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге лә күберәк", — ти ул.
Иҙел ағай ағас эшенә лә бик маһир. Элек төрлө сувенирҙар эшләһә, хәҙер буш ваҡытында йорт йыһаздары яһау менән мәшғүл. Өйөн шкаф, кәштә, өҫтәл-ултырғыстар, тахта, семәрләнгән көҙгө рамдары биҙәй. Үҙе төҙөп сыҡҡан был ҡотло йортта кәләше Лилиә апай менән Гөлиә исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Бына ошондай уңғандар йәшәй беҙҙең арала. Үҙенең аҡылы, оҫта ҡулы менән килем алып, тирә-яҡҡа файҙа килтергән кешеләргә “Афарин!” тип кенә әйтергә ҡала. Иҙел ағай киләсәктә тағы бер ҙур проектты тормошҡа ашырырға уйлай — быныһы әлегә сер булып торһон.


Вернуться назад