Ҡапҡаһына ҡарап хужаһының кемлеген белеп була, тигән һүҙ ҡалған боронғоларҙан. Был һынсыллыҡ бөгөнгө көнитмешебеҙҙә бигерәк ныҡ һиҙелә: ҡапҡа-ҡоймаһының, йортоноң төҙөклөгө унда йәшәүселәрҙең һәләтенә ишара яһай.
Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында йәшәгән Юлай Хәлитовтың йортондағы һырлы-биҙәкле ишек яңаҡтары, кейем элгес, сәскә кәштәләре, ғөмүмән, барлыҡ өй йыһаздарының бер “ҡалып”тан булыуы “авторы”ның бер үк кеше икәнлеген күрһәтә. Ул – хужа үҙе. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратҡан, атаһына эйәреп, балта-бысҡыһын ҡулынан төшөрмәгән малай егет ҡорона етеүенә ҡәҙимге оҫтара. Класташ ҡыҙҙары уның фанеранан ҡырҡып эшләгән сәскәләрен, һындарын, ҡалайҙан сүкелгән ижад емештәрен әле булһа хәтерләйҙер.
Мәктәпте тамамлағас, егет оҙаҡ уйлап тормай, төҙөлөш техникумына уҡырға инә. Армиянан ҡайтҡас та белем кимәлен нәҡ ошо юҫыҡта камиллаштырыу яғын ҡарай. Колхозда ла төҙөлөш өлкәһендә прораб булып эшләй. Ағас “тәмен” бәләкәйҙән татыған оҫтаның ҡулдары балта, башҡа ҡорал тотоуҙы көҫәп кенә тора. Үҙе һалып ингән өйөн рәтләү, биҙәү өсөн күптән уй-хыялында йөрөткән ижади орлоҡтарын “сәсә” башлай. Сәбәбе лә, әмәле лә табылып ҡына тора. Аш-һыу бүлмәһенә өҫтәл, артлы йомшаҡ эскәмйәләр эшләп ултыртыу көн талабына әүерелә. Өс балаһын һәм 11 йәшенән ҡарап үҫтергән ҡәйнешен көнөнә бер нисә тапҡыр бер ергә туплаған-берләштергән мөйөшкә әйләнә был урын. Ишле ғаиләнең өҫ кейемдәре лә байтаҡ бит инде – ишек төбөнә лә, һәр бүлмәгә лә кейем элгестәрҙе һатып алғансы, үҙең эшләп ҡуйһаң, осһоҙҙан бигерәк матур ҙа, күңелгә ятышлы ла. Гәзит-журналды күпләп алдырғас, журнал өҫтәленә ихтыяж да ҡалҡып сыға – был да оҫта өсөн ижад һыҙығы. Фәнүзәһе гөлдәр ярата. Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, уҙамандың күңелендә гөл-сәскә өсөн кәштәләр һыны күҙ алдына килеп баҫа. Бер нисә көндән яңы йыһаз, ҡатынын һөйөндөрөп, өй түренә килеп тә ултыра. Ә тәҙрәләренә бер иштән гардиндар эшләп ҡуйғас, хужабикәнең ҡыуаныуы! Шулай итеп, Юлайҙың ҡул аҫтынан сыҡҡан һәр йыһаз-ҡорамал туғандары, күрше-тирәһе, ауылдаштары өсөн үҙе рекламаға әйләнә. Заказдар күбәйә. Шунлыҡтан оҫта шәхси эшҡыуарлыҡ тураһында уйлай башлай. Тәҙрә рамдары, ишек, мебель яһау өсөн иң кәрәкле ҡоралдары – ағас эшкәртеү станогы, электр лобзигы, бырауы, шымартҡысы һәм башҡа ваҡ-төйәге бар. Оҫтаханаһы ғына булһа...
Урындағы хакимиәт башлығы балалар баҡсаһының буш торған бер бүлмәһен ҡуртымға бирергә ризалашҡас, Юлай документтар юллап ала. Яңы эш асыусы булараҡ, субсидия һорап, район үҙәгенә документтарын да алып барып тапшыра, тик, ни сәбәптәндер, аҡса ала алмай. Шулай ҙа икеләнеп ҡалмай тилбер ир — пилорамаһын йүнләй.
Төпкөл ауылдарҙа магазиндан үҙеңә оҡшаған мебелде, башҡа кәрәк-яраҡты һайлап алыу форсаты сикләнгән. Икенсе яҡтан, фабрика материалдарынан яһалған йыһаз сәләмәтлеккә бигүк ыңғай йоғонто яһамай – ағастан эшләнгәне яҡшыраҡ. Бына ошо өҫтөнлөктө аңлағандар ауыл оҫтаһына юллана ла инде. Хәҙер Юлайҙың заказсылары тирә-яҡ ауылдарҙа ғына түгел, хатта сиктәш Ырымбур өлкәһендә лә күбәйгән. Үҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмағандар һандыҡҡа заказ бирә. Йәш ғаиләләр сабыйҙарын сәңгелдәктә йоҡлатыуҙы хуп күрә икән...
Хәлитовтар балаларының уңышына һөйөнөп йәшәй. Кинйәләре Айҙар Күмертауҙағы политехник лицейҙа яҡшы билдәләргә генә уҡый. Атаһына оҡшап, оҫталыҡ түңәрәгендә бына тигән әйберҙәр эшләп, конкурстарҙа ҡатнаша. Илдар Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Ҡыҙҙары Нурсилә Бөрйән егете Марат менән ғаилә ҡорған, Күмертауҙа йәшәйҙәр. Байрам һайын ҙур ғаилә бергә йыйылышып, гөрләшеп ял итә.
Фәнүзә мәктәптә башланғыс кластарҙа уҡыта, бер үк ваҡытта йорт эштәренә лә өлгөрә. Ике һыйырҙың ағын эшкәртеү өсөн генә лә әллә күпме ваҡыт, хәстәрлек кәрәк. Етешә барыһына ла уңған хужабикә. Бер булып, татыу донъя көтә ауыл эшсәндәре.