"Матурлыҡ яратҡас, үҙем өйрәндем..."18.06.2013
"Матурлыҡ яратҡас, үҙем өйрәндем..."Конкурс иғлан ителгәс, унда мин дә ҡатнашырға булдым. Ҡул эштәре менән бәләкәйҙән шөғөлләнәм. Бер кем дә өйрәтмәне, матурлыҡ яратҡас, үҙем тотондом. Бәйләү, сигеү, бисерҙан муйынсаҡ теҙеү — һәр ҡайһыһы күңелемә яҡын.
Кешеләр ҙә белеп бөттө, башҡа ауылдарҙан ишетеп килеп, заказ бирәләр. Эштәремә күңел наҙымды, йөрәк йылымды һалырға тырышам. Байрамдар етһә, бүләккә күпләп алалар, төрлө күргәҙмәләргә йөрөтәләр. Ҡул эштәремде фотоға төшөрөп, гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдым.
"Матурлыҡ яратҡас, үҙем өйрәндем...""Матурлыҡ яратҡас, үҙем өйрәндем..."


Вернуться назад