"Һәр эшемә күңел йылыһын һалам"18.06.2013
"Һәр эшемә күңел йылыһын һалам"Туймазы ҡалаһында йәшәйем. Белемем буйынса педагог булһам да, алты йыл инде өйҙә ултырып эшләйем. Һаулығым насар — II төркөм инвалидымын. Шулай ҙа биҙәү-ҡулланма сәнғәт бүлегендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре алып барырға тырышам. Йыл һайын улар менән пластилиндан, балсыҡтан төрлө һындар яһайбыҙ, ағасҡа йән өрөп, һүрәттәр төшөрәбеҙ. Һуңғы ваҡытта сигеү менән "Һәр эшемә күңел йылыһын һалам"шөғөлләнәбеҙ. Үҙемдең эштәрем бик күп конкурста ҡатнашты.

Шуларҙың бер нисәүһен генә билдәләмәксемен. Мәҫәлән, һаулығы насар кешеләрҙең "Сикһеҙлек" ("Без границ") тип аталған сәнғәт фестивалендә Туймазы районы буйынса лауреат булдым. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһына 25 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән "Бергәләп беҙ күберәк эшләй алабыҙ" республика фестивалендә "биҙәү-ҡулланма сәнғәт" номинацияһында икенсе урынды алдым. Өҫтәмә белем биреү традицияларын һаҡлаған, оҙаҡ йылдар балаларға сәнғәт серҙәрен асҡан өсөн "Алтын фонд" грамотаһына лайыҡ булдым. Бөгөн дә һәр эшемде яратып, күңел йылыһын биреп башҡарам.
"Һәр эшемә күңел йылыһын һалам"


Вернуться назад