Ҡоймаҡтары ашап туйғыһыҙ!15.06.2013
Һеҙгә өләсәйем Зәйнәб Яҡуп ҡыҙы тураһында һөйләмәксемен. Ҡәҙерлемде бик яратам.
Ул районыбыҙҙың Аҙнай ауылында тыуған. Өйҙәренең артында ғына Берғамыт тигән шишмә аға.
Өләсәйем беҙгә мажаралы әкиәттәр һөйләргә ярата. Ул шундай тәмле итеп ҡоймаҡ, бәлештәр бешерә. Ашап туйғыһыҙ!
Йәй көнө өләсәйем менән ҡаҙ бәпкәләрен ҡарайбыҙ. Еләк-емеш йыйырға ла йөрөйбөҙ. Уларҙан төрлө ҡайнатмалар яһайбыҙ.
Өләсәйемде гел генә һөйөндөрөп торам: байрамда сәскә бирәм, үҙебеҙ яһаған ҡул эштәрен бүләк итәм. Ҡәҙерлем сикһеҙ шатлана, миңә лә рәхәт.
Өләсәйемә арнап, шиғыр ҙа яҙҙым:

Өләсәйем ҡоймаҡ ҡоя,
Хуш еҫ сығарып, майлап.
Ә мин самауыр ҡуйҙым —
Сәйҙәр эсербеҙ яйлап.


Вернуться назад