Иркә лә, аҡыллы ла15.06.2013
Йомшаҡ ҡына бесәйем бар,
Бигерәк иркә үҙе!
Дәрес әҙерләгәндә,
Көтөп ултыра түҙем.

Мәктәптән ҡайтҡанымда,
Ҡыуанып ҡаршы сыға.
Уйнап туйғас, һөт эсеп,
Менеп ята йоҡларға.


Вернуться назад