Тауыҡ ҡабарынғас...15.06.2013
Йәйгеһен шундай рәхәт шул! Иртәнсәк мәктәпкә ашығаһы түгел, ниндәйҙер эш менән шөғөлләнеп, рәхәтләнеп уйнап тик йөрөйһөң.
Бына әле лә урамға сыҡтым. Ҡараһам, бер тауыҡ себештәрен эйәртеп йөрөй. Ҡошсоҡтар әсәләренә оҡшап ҡап-ҡара ғына, йыбырҙашып йүгереп йөрөйҙәр. Тауыҡ ҡорт-фәлән табып алыу менән кескәйҙәрен өтәләнеп саҡырып ала. Ә мине күреүгә асыуланып, ҡабарынып китте, себештәрен ситкә алып ҡасырға ашыҡты.
Ҡошсоҡтарға яҡынларға теләп, тиҙ генә тары ярмаһы алып сыҡтым. Улар кинәнеп ашарға кереште.
Себештәребеҙ көндән-көн үҫте, һөнәр арттырҙы. Әсәләре лә улар менән бик ҡәнәғәт.


Вернуться назад