Халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртып15.06.2013
Халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртып– Йәштәрҙең ауылға эшкә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Ниһайәт, белгестәргә ҡытлыҡ бер аҙ булһа ла кәмер, – тип ҡаршы алды Шишмә район үҙәк дауаханаһының баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Камил Япаров. – Әлбиттә, белемле кадрҙарҙы төпкөл ауылдар халҡы һаман да көтә, һәр кем тейешле медицина ярҙамына мохтаж бит.

Районға быйыл "Ауыл табибы" маҡсатлы программаһына ярашлы Әлшәй, Благовар, Дүртөйлө райондарынан, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан алты табип эшкә килгән. Ҡасандыр реаниматолог, травматолог, акушер-гинеколог, кардиолог кеүек белгестәргә оҙон сират булһа, хәҙер кәмеп ҡалған.
Һәр табипҡа ер участкаһы ла бирелгән. Шуға ла белгестәрҙең күптәре үҙ йортон һалыуға тотонған. Әле ҡайһылары туғандарында, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәһә, бәғзеләре ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин ителгән.
Әлшәй районының Раевка ҡасабаһынан килгән Ирина Мөсәғитова, мәҫәлән, әлегә ғаиләһе менән фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй. Ире Рөстәм – ветеринар, Рианна исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Ирина 2007 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң интернатурала белем ала. Аҙаҡ үҙәк дауаханала участка терапевы булып эшләй.
– Районда беҙҙе йылы ҡаршы алдылар. Алла бойорһа, тейешле бер миллион һум аҡсаға үҙ йортобоҙҙо төҙөргә уйлайбыҙ, – ти Ирина Мөсәғитова. – Ауылды һайлауыма һис үкенмәйем, юғары уҡыу йортонда алған белемемде халыҡтың һаулығын нығытыуға йүнәлтәсәкмен.
Әйтергә кәрәк: был программаны тормошҡа ашырыуҙан йәш белгестәр генә түгел, район ауылдары ла ота. Травматолог Артур Ямғуров, акушер-гинеколог Рената Мандибаева менән Айгөл Ишмөхәмәтова, кардиолог Дилара Фазлиәхмәтова, реаниматолог Илнур Мәсәлимов бөгөн дауаханаға мөрәжәғәт итеүсе һәр кемде иғтибар менән тыңлап, тейешле дауа бирергә тырыша. Баш табип әйтмешләй, уларҙың һәр береһе бар башкөллө эшкә сумған.
– Әле балалар хирургы, терапевт, психиатр, рентгенолог, фтизиатр кеүек белгестәр талап ителә. Районға эшкә ҡайтыусыларҙы көтөп ҡалабыҙ, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Камил Самат улы. – Пенсия йәшендәге табиптарҙы йәштәр менән алыштырыу ихтыяжы ла бар бит.


Вернуться назад