Йылы ҡараштары ла дауа15.06.2013
Йылы ҡараштары ла дауаҮҙәк ҡала дауаханаһының 2-се терапия бүлексәһе 2006 йылдан эшләй. Бында республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге өс ҡаланан һәм биш райондан килгән пациенттар дауалана. Уларҙың күпселеге үпкә һәм тын юлдары сирҙәренән яфалана.

— Ауырыуҙар бигерәк тә яҙлы-көҙлө йышая, — тип һөйләй бүлексә мөдире Илдус Собханғолов. — Тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы ҡабул итеп, кисектермәй дауалай башлайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡуйылған заманса ҡорамалдар, диагностика бүлексәһенең, лабораторияның аныҡ эшләүе беҙҙең эште күпкә еңелләштерә. Ауыр хәлдәгеләргә, әлбиттә, айырым иғтибар бүләбеҙ. Ике-өс аҙна эсендә күптәрҙең һаулыҡ торошо яҡшыра, улар, табиптарҙан тейешле кәңәштәр алып, өйҙәренә юллана.
Дауаланыусылар, етәксенең һүҙен раҫлап, үҙҙәрен яҡты йөҙ менән ҡаршылауҙарын, аҡ халатлыларҙың сирлеләрҙе тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышлыҡ һалыуын һөйләне. Дөйөм тәртипкә, туҡланыу сифатына, палаталарҙағы шарттарға ризаһыҙлыҡ белдереүсе булманы.
Ауырыуҙар тәүлек әйләнәһенә бүлексәнең табиптары һәм шәфҡәт туташтары ҡарамағында: тәүгеләре төрлө дауа тәғәйенләй, икенселәре уларҙы бойомға ашырыу буйынса тейешле процедуралар яһай. Дауаланыусыларҙың уртаҡ фекеренсә, аҡ халатлылар үҙ эшен күңел биреп башҡара, сирлеләр менән аралашҡанда йылы һүҙен, яғымлы ҡарашын йәлләмәй. Кеше һаулығы һағында тороуҙы улар ғүмерлек шөғөлө итеп юҡҡа һайламағандыр.
Эшкә ҡарашы менән башҡаларға өлгө күрһәтеүселәр тип бүлексә мөдире өлкән шәфҡәт туташы Гөлнара Кәримованы, шәфҡәт туташтары Наталья Косс, Зилфирә Фәруҡшина, Ирина Шәйәхмәтова һәм Миләүшә Хәйруллинаны атаны.
Беренсе категориялы табип Илдус Наил улы Собханғолов та хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған. Пациенттарға иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәте менән ҡул аҫтында эшләгәндәргә матур өлгө күрһәтә. Ул Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Ике тиҫтә йыл — кешеләр һаулығы һағында. Терапевт булған, Әмзә участка дауаханаһын етәкләгән, бөгөнгө вазифаһында — ете йыл. Дауаланыусылар, бүлексә хеҙмәткәрҙәре Илдус Собханғоловты “халыҡ табибы” тип йөрөтә. Быға нимәлер өҫтәүҙең кәрәге юҡ.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәге халҡының һаулығын ҡайғыртыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлап, үҙҙәренә ныҡлы сәләмәтлек һәм арыу-талыу уларҙы урап үтһен, тип теләргә генә ҡала.


Вернуться назад