Йәштәр эшләй ҙә, йорт та һала15.06.2013
Йәштәр эшләй ҙә, йорт та һала Хәҙер дауаханаларҙа, теге йәки был белгесебеҙ юҡ, тигән зарҙы йыш ишетергә тура килмәй. Хөкүмәт дипломлы йәштәрҙе ауыл еренә ҡайтарыу әмәлен тапты. Дәртләндереп, 1 миллион һум аҡса биргәс, барған урындарында йорт төҙөү өсөн ер бүлгәс, табиптар төпкөл төбәктәрҙә эшләргә риза. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Асҡар үҙәк дауаханаһында һуңғы ике йылда 20-нән ашыу табип хеҙмәтен башлаған. Күптән көтөлгән белгестәр улар.

Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов та йылы ҡаршылай йәштәрҙе. Күбеһе йорт төҙөргә тотонған да инде. Әйткәндәй, ер бушлай бирелә. Тағы шуныһы: "миллионер" табиптарҙың байтағы ошо төбәктә тыуып үҫкән. Быға тиклем ҡайһы берҙәре сит өлкәләрҙә эшләп йөрөгән. Хәҙер күҙ табибы ла бер нисә, стоматолог та үҙҙәрендә, оториноларинголог, дерматовенеролог та ең һыҙғанып эшләй. Азамат Сәйфуллин, Илдар Шәрипов, Михаил Воротниковтар — хирург, Гүзәлиә Сөләймәнова, Айгөл Мөхәррәмова, Артур Ғаррапов, Азалия Ғәбитова, Динә Сибаева һәм башҡалар — участка табиптары.
Зәңгәр күлдәр төбәге тип йөрөтөлгән Әбйәлил районына аҡ халатлылар тағы ла талап ителә әле. Эндокринолог, уролог, паталогоанатом, фтизиатр, УЗИ белгесе кәрәк. Баш табип Заһир Сакаев: "Белемле, тәжрибәле һәм һөнәрен йөрәге ҡушыуы буйынса һайлаған белгестәр беҙгә килергә теләй икән, рәхим итһендәр", — тине, ихлас йылмайып.


Вернуться назад