Күреү һәләтенең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: мәғлүмәттең 90 процентын беҙ күҙ аша алабыҙ. Әммә, заман алға барған һайын, был йәһәттән проблемалар ҙа арта: экологик хәлдең йылдан-йыл насарайыуы, күптәрҙең байтаҡ ваҡытты компьютер экранына текәлеп үткәреүе күреү һәләтенә йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға ла күҙҙе һаҡлау, иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, ауырыуҙарҙы ни тиклем иртә асыҡлап, шул тиклем тиҙерәк дауалау – иң отошло юл.
Баш ҡалала офтальмология буйынса “Көнсығыш – Көнбайыш-2013” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында был проблемаларҙың көнүҙәклеге йәнә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ғөмүмән, Өфө элек-электән офтальмология үҙәге булараҡ билдәле, яҡташтарыбыҙҙың оҫталығы хаҡында Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә беләләр. Быйылғы сарала иһә донъяның төрлө тарафынан килгән 700-ҙән ашыу белгес ҡатнашты, конференция барышында Рәсәй офтальмологтары йәмғиәте президиумының, Рәсәй офтальмология клиникалары етәкселәренең ултырыштары уҙғарылды.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Әлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВАҒА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:
– Беҙҙең институт ғалимдары, табиптары йыл һайын Рәсәйҙәге һәм сит илдәге хеҙмәттәштәре менән осрашып, тәжрибә уртаҡлашыу ниәтенән конференция ойоштора, үҙенә күрә был әһәмиәтле йолаға әүерелгән. Быйыл Башҡортостанға Япония, Германия, Швейцария, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Молдавия, Украина илдәренән һәм Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән офтальмологтар килде. Белгестәр пленар ултырыштарҙа докладтар менән сығыш яһап ҡына ҡалманы, ә онлайн режимда институтта яһалған операцияларҙы күҙәтеү, уларҙа ҡатнашыу, офтальмологияла ҡулланылған яңы алымдарҙы ғәмәли өйрәнеү мөмкинлегенә лә эйә булды. Мәҫәлән, Германиянан килгән профессор Р. Карфф үҙенең хирургтар төркөмө менән глаукоманы дауалауҙың яңы ысулын тәҡдим итте. Ә Һиндостан белгестәре, доклад менән сығыш яһауҙан тыш, Өфө – Ченнай (Һиндостан) телевизион күпере аша офтальмология буйынса һуңғы технологик яңылыҡтар менән таныштырҙы, тәжрибә уртаҡлашты.
Тағы бер яңылыҡ: Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәренең докладтары конференцияла ҡатнашыусыларға 3D форматында тәҡдим ителде. Шулай уҡ, институтта эшләнгән операцияларҙа, урындағы табиптар менән бер рәттән, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙың офтальмологтары ла ҡатнашты, конференция ҡунаҡтары уларҙы онлайнда ҡарай алды. Быйылғы сараның иң ҙур уңыштарының береһе – беҙҙең институт базаһында катарактаны дауалау буйынса Рәсәйҙә тәүге тапҡыр фемтосекунд лазеры ҡулланылған операциялар уҙғарылды.
Конференцияла яңы офтальмология ҡорамалдары, дауалау саралары, ғилми әҙәбиәт күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Белгестәр араһында ул ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әлбиттә, юғары кимәлдә үткәрелгән ҙур конференция Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының эшен донъя кимәлендә баһалағандарын тағы берҙе иҫбатлай.