"Иштуғаныбыҙ"15.06.2013
Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған Бөрйән районының иҫ киткес матур Әбделмәмбәт ауылында тыуып үҫкән Иштуған Мәсәғүтовтың фельдшер булып эшләй башлауына быйыл 25 йыл тулды.
Ул 1988 йылда Белорет медицина училищеһын тамамлағандан һуң армия сафына алынған. Уны полктың медицина пункты аптекаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Был эште егет яуаплылыҡ менән башҡара, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡшы белгес булараҡ танылып, командованиеның маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Армиянан ҡайтҡас, Иштуған баш ҡалала "Ашығыс ярҙам" станцияһында фельдшер булып 1997 йылғаса уңышлы эшләй. Һәр кемгә иғтибарлы, йомшаҡ һүҙле, белемле егет бында эшләгән дәүерендә "Маҡтаулы хеҙмәт өсөн" билдәһе, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Артабан Иштуған Сәғит улына Белорет ҡалаһындағы район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерҙа участка фтизиатры эшен ышанып тапшыралар. Коллектив тырыш, яуаплы белгесте үҙ итә. Бында алты йыл эшләгәс, 2004 йылда яҙмыш Иштуған Сәғит улын тыуған районына алып ҡайта.
Иштуған Мәсәғүтов районыбыҙҙың Яуымбай ауылында фельдшерлыҡ пункты мөдире булып эшләй. Уны үҙ итеп, "беҙҙең Иштуғаныбыҙ!" тип тә ебәрәләр. Хеҙмәтен яратып, теүәл башҡарыуы, кешеләргә хөрмәт менән ҡарауы, яҡшы мөғәмәлә итеүе менән дә абруй яулаған ул халыҡ күңелендә. Тәжрибәле, 1-се категориялы фельдшер үҙ өҫтөндә етди эшләй. Үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, курстар үтә, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Ә фельдшерҙың эше шул тиклем тынғыһыҙ! Халыҡҡа ашығыс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән осо-ҡырыйы ла күренмәгән эшен Иштуған Сәғит улы еңел итеп, күңелен һалып оло яуаплылыҡ менән башҡара. Еңел машинаһы ла халыҡ һаулығын һаҡлауҙа оло ярҙамсы: "һә" тигәнсе тимер атым барыр еремә илтә һала", — тип йылмая ул, шаяртып.
Көн-төн тип тормай, ҡара көҙмө, ямғырмы, ҡарлы-буранлы ҡышмы — тынғыһыҙ фельдшер кем ярҙамға мохтаж, шунда ашыға. Буш ваҡытын да файҙалы үткәрә: сәләмәт, әүҙем тормош алып бара, матбуғат дуҫы ла ул.