Барыһы ла кеше хаҡына15.06.2013
Барыһы ла кеше хаҡынаРеспублика программаһына ярашлы, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһында муниципаль-ара медицина үҙәге ойошторолдо. Ул Күмертау, Мәләүез ҡалалары, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Мәләүез райондары халҡына юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

Бында травматология, онкология бүлексәләре һәм перинаталь үҙәк күптән эшләп килә ине, хәҙер иһә улар ҙа муниципаль-ара үҙәктең бурыстарын үтәйәсәк. Кардиология һәм неврология йүнәлештәрен үҙ эсенә алған ҡан тамырҙары бүлексәһе лә ҡабул итә башланы. Ул заманса компьютер томографияһы менән йыһазландырылған.
— Бөтә муниципаль-ара үҙәктәр бер тирәлә урынлашты, томограф, реанимация бүлексәләре яҡын булғас, киҫкен осраҡтарҙа ваҡыт сарыф итмәй генә ауырыуға тиҙ арала ярҙам итеү өсөн эшләнде был, — ти дауахананың баш табибы Олег Астахов. — Махсус белемле белгестәр ҙә ошонда тупланған.
Яңыртылған корпуста интенсив терапия палаталары барлыҡҡа килде. 2010 йылда асылған алты урынлыҡ гемодиализ бүлексәһе көн дә 30-ҙан ашыу сирлене ҡабул итә, ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡта яһалма бөйөр бурысын үтәп, уларҙы ҡотҡарып ҡала.
Ҡан биреү бүлексәһе лә уңышлы эшләй. Ул быйыл республика станцияһының филиалына әүерелде. Дауахананы үҙгәртеп ҡорғандан һуң, бүлексә яңы бүлмәләргә күсте, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды.
Хәҙер өҫтәмә белгестәр ҙә талап ителә. “Ауыл табибы” программаһы буйынса Күмертау ҡалаһына ҡайтырға теләүселәр арта. Тиҫтәнән ашыу йәш табип эш башлаған да инде. Уларҙың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә, ҡала хакимиәте менән фатирҙарҙы ҡуртымға алыуға килешеүҙәр төҙөлә.
Табиптар ауылдарҙағы дауаханаларға йыш сыға. Был иһә сирҙе ваҡытында асыҡларға булыша. Ғәҙәттә, ауыл халҡы эш менән мәшғүл, белгестәргә һуңғы сиктә генә мөрәжәғәт итеүсән.
Электрон мәғлүмәт сараларын да киң ҡулланалар. Мәҫәлән, пациенттарҙың электрон базаһы тупланған. Регистратурала сират юҡ, алдан яҙылалар. Һәр табиптың кабинетын компьютер менән йыһазландырыу буйынса даими эш бара. Табиптар һуңғы заман аппараттары менән эш итә белергә тейеш — уларға шундай талап ҡуйыла. Бының өсөн махсус курстар ҙа ойошторола.
Күптән түгел Федераль үҙәктән республикаға 11 күсмә медицина комплексы ҡайтарылғайны. Шуныһы һөйөнөслө: береһе Күмертауға бирелгән.
— Халыҡты скрининг-тикшереү өсөн бик уңайлы ҡорамалдар тупланған комплекс йөрәк-ҡан тамырҙарын тикшерә, офтальмология кабинеты, экспресс-анализдар өсөн мини-лаборатория, УЗИ аппараты, маммография бар, — ти Олег Анатольевич.
“Тәгәрмәс өҫтөндәге поликлиника” төпкөлдәге ауыл халҡына ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ предприятиеларға сығып, урындағы хеҙмәткәрҙәргә тикшереү үткәреү ҙә күҙаллана. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау халыҡҡа яҡыная, мөмкинлектәр бермә-бер киңәйә.
Әйткәндәй, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһы туплағандар металл конструкциялар ярҙамында артроскопия операцияларын уңышлы атҡарыуы менән танылған. Шулай уҡ баш һөйәге, мейе йәрәхәттәрен дауалауҙа, онкологик сирҙәрҙе тәүге мәлендә асыҡлауҙа ҙур тәжрибә туплағандар. Үҙәктең тап Күмертауҙа ойошторолоуы бындағы белгестәрҙең юғары һөнәри оҫталығына эйә булыуы хаҡында һөйләй.


Вернуться назад