Кеше был донъяға мәңгелеккә килмәй. Матур эштәре, әйтелгән фекерҙәре, тупланған хеҙмәттәре уның хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлай. Улар, әйтерһең дә, бер туҡтауһыҙ ағылған моң, сылтырап аҡҡан шишмәләй халыҡ хәтерендә, тарих биттәрендә бик оҙаҡ йәшәй.
Талантлы уҡытыусы, педагогика, география, геоэкология фәндәре өлкәһендә ныҡлы аҙымдар яһаған, Башҡортостан һәм Рәсәй киңлектәрен иңләп-буйлап сыҡҡан сәйәхәтсе, тәбиғәтте тойоп, аңлап, студенттарҙа белемгә һөйөү уятҡан Урал Ишбирҙе улы Ҡылысовтың фани донъяларҙы ҡалдырып китеүенә ошо арала ҡырҡ көн тулды.
Хөрмәтле коллегабыҙ 1963 йылдың 10 сентябрендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, БДПИ-ның география һәм биология факультетына уҡырға инә. Институтты уңышлы бөтөрөп, Балтика флотында хеҙмәт итә. 1988 йылдан ул тормошон мәғариф өлкәһенә бағышлай. Сибай гимназия-интернатында директорҙың фәнни-методик эштәре буйынса урынбаҫары, 9-сы лицей-интернатта директор сағында уҡыу программаһын үҙгәртеүҙә, инновацион яңылыҡтарҙы үҙләштереүҙә, ғөмүмән, был уҡыу йорттарының гимназия, лицей статустарын алыуҙа Урал Ишбирҙе улының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Мәктәптә эшләһә лә, фәнгә ҡыҙыҡһыныуы һүрелмәй, география һәм экология йүнәлешендә үҙаллы эҙләнеүҙәр алып бара. 2000 йылда уны, өмөтлө педагогты, БДПУ-ға физик-география кафедраһына эшкә саҡыралар. Ул Көньяҡ Урал райондарының тәбиғи-антропоген комплекстарын өйрәнеп, геоэкологик баһа бирә, шул тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Урал Ишбирҙе улы 50-нән ашыу фәнни мәҡәләләр авторы, уларҙың күбеһе тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу, экология һәм геоэкология мәсьәләләренә бағышланған. Шулай уҡ студенттар, ситтән тороп уҡыусылар өсөн картография, топография, геоморфология, геоэкология фәндәре буйынса методик ҡулланмалар, мәктәп уҡыусылары менән төрлө тикшеренеү эштәре үткәреү һәм ойоштороу өсөн методик рекомендациялар өҫтөндә эшләне. Был хеҙмәттәрен ул Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән осорҙа ла ҡулланды, артабан үҫтерҙе, төҙәтмәләр, өҫтәмәләр менән тулыландырып торҙо. Уның бай тәжрибәһе уҡытыусыларға ҙур файҙа килтерҙе.
Урал Ҡылысов һәр яҡлап талантлы ине. Ҡурайҙа, гармунда оҫта уйнаны, матур картиналар тамамлап өлгөрҙө. Туған ере – Башҡортостандың тауҙарын, йылғаһы-күлен, ҡомартҡыларын, һәр һуҡмағын белер, ҡоштар һәм таштар донъяһы менән ҡыҙыҡһыныр, күңелдәре тулһа, шиғыр ҙа яҙыр изге күңелле кеше булды. Һәр эште теүәл башҡарыусы, алдына ҡуйған маҡсатына ирешер, ғаиләһенә, туғандарына ныҡлы терәк-таяныс, фәнгә, тәбиғәткә һөйөүен студенттарына еткерҙе. Шөкөр, Урал Ишбирҙе улының уйҙарын, эштәрен дауам итеүселәр күп. Уның яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Хәтер һүҙебеҙҙе хеҙмәттәшебеҙҙең “Шоңҡар” журналында баҫылған шиғри шәлкеменән өҙөк менән тамамлайбыҙ.
Минең яҙмышым –
үҙем яҙған яҙмыш,
Ҡарышмайым, күнәм барына.
Ҡосаҡ йәйеп
киләм ел-дауылға,
Түҙәм ямғырына, ҡарына.
Оло ихтирам менән ғаиләһе,
яҡын дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары.