Дуҫтар! Каникулығыҙ нисек үтә? Кинәнеп, рәхәтләнеп ял итәһегеҙҙер, моғайын. Ҡалала йәшәгәндәрҙең күбеһе күптән ауылдалыр. Техника гөжләп тормаған тыныс урында, тәбиғәт ҡосағында, олатай-өләсәй янында шундай рәхәт шул.
Шифаханалар, лагерҙар ҙа күңелле, файҙалы ял вәғәҙә итә. Һоҡланғыс тәбиғәт, йылмаяҡ ҡояш, йөҙөп туймаҫлыҡ йылы һыу, яңы дуҫтар, киске уйындар... Шулай уҡ һаулыҡты нығытып алырға ла мөмкин. Мәҫәлән, Урал тауҙары итәгендә ятҡан Красноусол балалар шифаханаһында. Ундағы әлеге йәшеллек, саф һауа, ылыҫ, еләк еҫе ауырыуҙарығыҙҙы һыпырып алып ташлар, әллә күпмегә етерлек көс-дәрт бирер. Балаларға айырыуса бассейнда йөҙөү оҡшай икән. "Тренерҙарыбыҙ ҙа һәйбәт", — ти улар. Төрлө ванналар, гидромассаж, циркуляр душ та балаларға ҙур кинәнес бирә. "Ә миңә файҙалы ләм менән төрөнөү нығыраҡ оҡшай, — ти Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән Регина Мусина. — Дауаланыу сараларынан һуң фитобарҙа тәмле сәй эсәбеҙ. Шифаханаға өсөнсө тапҡыр килдем, һәр ваҡыт рәхәтләнеп ял итеп ҡайтам".
Регина кеүек үк, балаларҙың күбеһе бында тәүге тапҡыр ял итмәй икән. Яҡын дуҫтар ҙа булып бөткәндәр. Яғымлы тәрбиәселәр, тәжрибәле, хәстәрлекле табиптар күңел йылыһын йәлләмәй өләшкәнлектән, шифахана күптәрҙең икенсе тыуған йортона әйләнгән. Билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, КВН-дар, төрлө спорт саралары, киске уйындар ифрат йәнле үтә бында. Балалар үҙ һәләтен күрһәтеп ярыштарҙа ихлас ҡатнаша. Шифахананың бүләген алып ҡайтыу үҙе ҙур шатлыҡ бит!
Дуҫтар! Каникулығыҙҙы ҡайҙа ғына үткәрһәгеҙ ҙә, матур йөрөгөҙ. Ялығыҙҙың файҙалы, күңелле булыуын теләйбеҙ.