"Яратам мин илемде,
Матур башҡорт телемде!" — тип йырлап ҡаршы алды беҙҙе Үрге Шәкәр балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр. Музыка дәресендә барыһы ла шулай ихлас шөғөлләнә икән.
Унан күмәкләп бейеп, шиғыр һөйләп күрһәттеләр. Бигерәк оҫта үҙҙәре! Уйын бүлмәһендәге мөйөшкә бәләкәстәрҙең һүрәттәре эленгән, пластилиндан яһаған әйберҙәре ҡуйылған. Ижад эштәренең күбеһе иң яҡын кешеләргә — атай-әсәйгә, олатай-өләсәйгә — арналған. Тыуған төйәктең гүзәл тәбиғәте лә сағылыш таба.
— Баҡсала балалар өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған: бина яңы, йылы, яҡты, — ти тәрбиәсе Рәйлә Заманова. — Уйын майҙансығы ла иркен. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: кескәйҙәр һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, әле туғыҙ бала йөрөһә, көҙгә тағы ла алтау киләсәк.