Йонсоуы еткән15.06.2013
Йонсоуы еткәнУҡыуҙар тамамланғас та, Илһам өс малай менән һыу буйына йөрөүҙе кәсеп итеп алды. Үҙҙәре менән әҙерәк икмәк һынығы, тоҙ, шырпы алалар ҙа көнө буйы ҡайтмайҙар. Тәүҙә балыҡ тоталар, унан туйғансы һыу инәләр. Шунан тотҡан балыҡтарын гәзиткә төрөп, тоҙ һибеп, ҡуҙға һалып бешерәләр. Ул "сылтый" менән генә туймайҙар, шулай ҙа тамаҡ ялғана. Артабан тағы ла тәндәре күгәргәнсе һыу инәләр. Шулай итеп, ҡояш байығанын һиҙмәй ҙә ҡалалар.
Кис өйҙә эләгә, әлбиттә. Әсәләренең асыуы баҫылғас, икенсе көндә шул уҡ хәл ҡабатлана.
Бер көн Илһамдың әсәһе түҙмәйенсә үҙе һыу буйына төштө. Уның сыбыҡ тотоп килгәнен күргән малай, кейемдәрен күтәреп, һыу аша сыға башланы.
— Әсәй, ҡайтырға ғына тора инем, һин килә ятаһың...
Әсәһе сыбығын һауала шыйлатып алды ла:
— Төшкө ашҡа ҡайтып йөрөмәһәң, башҡаса бөтөнләй өйҙән сығармам, — тине.
Илһам алдан төшөп, елдереп ҡайтып инде.
— Ашамайынса ябығып йөрөһә лә, һинән шәберәк йүгерә бит был, — тип ҡаршы алды атаһы уларҙы.
Әммә бер нисә аҙнанан Илһамдың хәле бөтә башланы, башы әйләнде, аппетиты юғалды. Ятыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Өйгә килгән табип, малайҙы ентекләп ҡарағас: "Сире юҡ, йонсоуы еткән", — тине. Ваҡытында йоҡларға, ашарға, витамин, йәшелсә-емеш менән туҡланырға, күберәк һөт, ҡатыҡ эсергә ҡушты. Табиптың "Ирекһеҙләп ашатмаҫҡа, күңеле нимә теләй, шуны ғына бирергә" тигән кәңәше айырыуса оҡшаны Илһамға. Әсәһе хәҙер бутҡаны көсләп ашатмаҫ инде, тәмлекәстәрҙе биреүҙе лә тыймаҫ.
Малай ун көн буйы тора алмай ятты. Хәл белергә килгән дуҫтарына: "Йонсоу еткән", — тип яуап биргән булды. Ә өләсәһе әхирәттәренә: "Ейәнем күтәртте әле", — тип һөйләне.
Хәҙер, үҫә төшкәс, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлай Илһам. Башҡаларға әйтер һүҙе лә бар. Һәр нәмәнең самаһы була, "йонсоу" йә "күтәртеү" менән ауырымаҫ өсөн дөрөҫ ял итә белергә лә кәрәк. Атай-әсәйҙең, олатай-өләсәйҙең, табиптарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ!


Вернуться назад