Һөйөклө әсәйебеҙ Гөлшат Закир ҡыҙы Нуриеваны күркәм юбилейы — 80 йәше тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Күгәрсен районының Ибрай ауылында тыуып үҫкән әсәйебеҙгә атай һүҙен ишетеп үҫергә тура килмәй: ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та яуға алына һәм тиҙҙән, ауыр йәрәхәтләнеп, Мәскәү госпиталендә мәрхүм була. Әммә әсәйебеҙ бирешмәй: тырышып уҡырға, белем алырға ынтыла. Ул, Йомағужа урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Артабан тыуған яғына ҡайтып, Әлмәс ауылында ете йыллыҡ мәктәптә хеҙмәт юлын башлай. Әсәйебеҙ 40 йыл ғүмерен балаларға башҡорт теленән белем биреүгә бағышланы. Йәмәғәт тормошонда ла ул бөтә күңелен һалып эшләне. Ул ун йыл ауыл Советы депутаты, 15 йыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, мәктәптә тел һәм әҙәбиәт буйынса методик берләшмәнең етәксеһе булды. Урындағы радио комитетында лектор, агитатор ҙа ине. Уның фиҙакәр хеҙмәте күп маҡтау һәм рәхмәт ҡағыҙҙары менән билдәләнде.
Атайыбыҙ Шамил Ғәли улы Нуриев менән матур ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ, бер улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнур институт тамамлап, районда сит тел фәненән уҡыта.
Райхана финанс-иҡтисад буйынса белем алып, баш ҡалала банкта эшләй. Улдары Рәмил техника юлын һайланы, үҙ тармағында хеҙмәт итә.
Атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙең бергә йәшәүҙәренә быйыл 58 йыл тула. Улар беҙҙе ҡыуандырып, сөкөрҙәшеп донъя көтәләр. Иртә яҙҙан баҡсаларын емеш-йәшелсә, хуш еҫле гөлдәр биҙәй. Ҡыштарын ҡул эштәре, бәйләмдәре менән мәшғүлдәр.
Ағинәйҙәрсә ыҫпайлылығы, дәрт-дарманы менән хайран ҡалдыра, уңғанлығы, хеҙмәт яратыуы менән һоҡландыра. Бер үк ваҡытта һикәлтәле лә, матур, һоҡланғыс та тормош юлы үткән ул. Олоғайған көнөндә үҙенә таяныс булған балалары, яратҡан ейән-ейәнсәрҙәре һәм хөрмәт иткән яҡташтары менән гөрләтеп донъя көткән әсәйебеҙ оло маҡтауға лайыҡ.
Күңел көрлөгөн һаҡлап, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр ихтирамын тойоп, донъяға йәм өҫтәп атайыбыҙ менән бергә татыулыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ. Һәр ваҡытта шулай изге күңелле, йомарт, сабыр, кешелекле, көслө рухлы булып ҡал, ҡәҙерлебеҙ!
Иң изге теләктәр менән, балаларың Гөлнур, Райхана, Рәмил.