Йәнтештәр теләктәш14.06.2013
Йәнтештәр теләктәшХозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Йәнтеш ауылы күптәргә таныш. Телевизион конкурста ҡатнашып, ул үҙен бар республикаға танытҡайны.

Төҙөк һәм матур ауылға йәм өҫтәп ултырған Йәнтеш мәктәбенә тәүге килеүебеҙ түгел. Үткән йыл бында “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов менән йылы осрашыу уҙҙы. Шуғалыр ҙа йәнтештәр гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуға тос өлөш индерә, бигерәк тә мәктәп коллективы. “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына быйыл да ҡушылырға теләк белдергәстәр, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина һәм мәғлүмәт-аналитика бүлегенең төп белгесе Роза Рәсембәтова менән уҡытыусылар янына осрашыуға ашыҡтыҡ.
Бөгөн белем усағында 20 уҡытыусы эшләй, уларға Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Юлай Иштәкбаев етәкселек итә. Мәктәп ҡарамағында ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙең балалары өсөн 50 урынлыҡ интернат та бар. Әлбиттә, бындай малай һәм ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү, уларға тейешле белем биреү еңелдән түгел, шулай ҙа уҡытыусылар бар яҡлап уларҙы аңларға, һәр береһенә ярҙам итергә тырыша. Был йәһәттән тәрбиәселәргә матбуғат баҫмаларында сыҡҡан мәҡәләләр, психолог кәңәштәре, тормош күренештәре хаҡында яҙмалар ярҙамға килә. “Башҡортостан” гәзите биттәрендә нимәләр күрергә теләр инегеҙ?” тигән һорауыма барыһы ла уҡытыусылар тураһында мәҡәләләрҙең аҙ булыуын, мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәрҙең даими яҡтыртылмауын бәйән итте. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар дәүләт ярҙамы, субсидиялар хаҡында күп осраҡта хәбәрҙар түгел. Ошо турала ла яҙыуыбыҙҙы үтенде йәнтештәр. Класс сәғәттәре өсөн мәҡәләләрҙең юҡлығын, күберәк артистар, яҙыусылар хаҡында сығыштар донъя күреүен билдәләнеләр. Гәзиттә күптәр яратып уҡыған әҙәби әҫәрҙәрҙең бик аҙ булыуы, төрлө ижади конкурстарҙың һирәк үткәрелеүе лә борсой Йәнтеш мәктәбе коллективын. Мәҡәләләргә үҙ фекерен белдереүҙәре, тәнҡит һүҙҙәрен дә әйтә алыуҙары уларҙың гәзит менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләй.

low quotes


Вернуться назад