Берәү ҙә ситтә ҡалмаһын14.06.2013
Мәғлүм булыуынса, әле Башҡортостандың белем биреү өлкәһен көйләүсе ҡануниәтте “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ярашлы яңыртыу бара.

Документтың проекты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа тәүге уҡыуҙа ҡаралды. Уның йөкмәткеһе менән Парламенттың рәсми сайтында (gsrb.ru) танышырға, шунда уҡ фекерҙәрҙе, тәҡдимдәрҙе яҙырға мөмкин.
— Закон әҙерләнгән мәлдә берәү ҙә ситтә ҡалмаһын ине, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова яңы ҡануниәт мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһында. — Педагогик йәмғиәт менән бергә ата-әсәнең дә фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашыуына иҫәп тотабыҙ.
27 июндә закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡарала. Тимәк, әле — документҡа ҡарата үҙ һүҙеңде әйтеү, тәҡдимдәрҙе еткереү өсөн иң ҡулай ваҡыт.


Вернуться назад