Ғорур ҡарағайҙар ҡалҡып сығыр14.06.2013
Ғорур ҡарағайҙар ҡалҡып сығырҠала халҡын Рәсәй көнө айҡанлы ҡотларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов менән республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысова килде. Сибай — йәштәр төйәге, бында сәләмәт тормошто үҙ иткән, спортты яратҡан ҡыҙ һәм егеттәр күп, шуға күрә байрам сараларының тап физик көстө һынаусы ярыштарҙан башланыуы юҡҡа түгел.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан экологик акция — “Сибай — таҙа ҡала” девизы менән велосипедсылар марафоны үтте. Шулай уҡ үҙәк майҙанда экология темаһына арналған рәсемдәр күргәҙмәһе эшләне. “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмәһендә төрлө ҡул эштәре менән танышырға мөмкин ине. Өйрәнергә теләүселәр өсөн оҫталар дәрес үткәрҙе.
Ғорур ҡарағайҙар ҡалҡып сығырСалауат Юлаев бюсы янында ойошторолған шиғриәт кисәһе байрамдың иң сағыу биҙәгенә әүерелде. Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Рузидә Үтәшева, Әминә Яхина, Әлнисә Алдырхановаларҙың шиғырҙарында тыуған ергә, Ватанға һөйөү һүҙҙәре яңғыраны.
Ҡала хакимиәте тарафынан Сибайҙы йәшелләндереүгә иғтибар ҙур булыуына ҡарамаҫтан, ни сәбәптәндер ошоға тиклем милли геройыбыҙ бюсы янында ағастар ҙа, сәскәләр ҙә ултыртылмаған. Ошоно иҫәпкә алып, киләсәктә был урында аллея барлыҡҡа килер тигән изге уй менән мәртәбәле ҡунаҡтар ағас ултыртты. Тимәк, азатлыҡ хаҡына көрәш символына әйләнгән Салауат Юлаев бюсы янында киләсәктә ғорур ҡарағайҙар ҡалҡып сығасаҡ.
Байрам ҡаланың ретро-төркөмдәре сығышы, Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо һәм “Ҡурайсы” этно-фольклор төркөмөнөң дәртле көйҙәре менән тамамланды.


Вернуться назад