Нимә ул бәхет?14.06.2013
Был һорауға һәр кем төрлөсә яуап бирә. Ата-әсә бәхетте балаһында күрһә, улары икенсерәк уйлай, бүтән төрлө аңлай. Кемдер уны эшендә тапһа, икенселәре яратҡан кешеһендә күрә. Минеңсә, шәхси бәхетеңде осратҡанһың икән, эшеңдә, коллективта үҙ урыныңды табыу еңелерәк. Мәҫәлән, бер-береһен яратҡан икәүҙең өйөндә лә, эшендә лә һәр ваҡыт кәйефе яҡшы була, ә инде рух күтәренкелеге уларҙың эшен һөҙөмтәле, йөҙөн шатлыҡлы итә, ундайҙарҙы коллектив та ярата, хөрмәт итә. Ошонан сығып, бәхеттең нигеҙе мөхәббәттә, тиһәк хата булмаҫ, моғайын.
Мөхәббәттән ҡәнәғәтләнеү, ләззәт алған кешенең йөҙө һәр ваҡыт шатлыҡ бөркә. Ҡайһы берәүҙәр быны сексуаль ҡәнәғәтләнеү генә тиер. Эйе, бының менән генә мауығыусылар ҙа бар. Ундайҙарҙың иһә бәхете ҡыҫҡа ғүмерле була. Сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләк коллективында ла абруйын юғалта һәм ғүмеренең ахырында яңғыҙ ҡала. Тормоштоң бөтә ләззәттәрен дә татып ҡалыу — үҙе бәхет, тип йәшәгәндәрҙең, йәғни ваҡытлыса кәйеф тыуҙырған тәмәке, иҫерткес эсемлектәр, наркотик кеүек матдәләр ҡулланыусылар бигерәк тә яңылыша. Бындай хата ҡараш үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында ныҡлы урын алған.
Йәшерен-батырыны юҡ, үрҙә атап әйткәндәрҙе йәки психотроп матдәләрҙе ҡабул итеү кешене бәхетле, ҡыйыу, матур күрһәтергә ярҙам итә, тип хата уйлаусылар ҙа бар. Ваҡытлы "бәхет"тән иҫәңгерәгән кеше ҡотолоғоһоҙ һәләкәткә барыуын аңламай ҙа ҡала.
Шуныһы ҡыҙыҡ: был тормошта ниндәйҙер кимәлдә уңышҡа өлгәшкән, матди байлыҡ туплаған, балалар баҡҡан, ғаиләһендә лә, коллективында ла тәғәйен урынын тапҡандар араһында үҙҙәрен тулы бәхетле тип һанамағандар бар. Был осраҡта инде уйланырға кәрәк. Ғаилә бәхете тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, милләттәштәребеҙ араһындағы буйҙаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ мәсьәләһен дә күтәрмәй булмай. 30-40 йәшкә еткән "ҡарт" егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ димселәр ярҙамына мохтаж. Был йәһәттән Баймаҡ, Сибай яҡтарынан өлгө алырға була. Милләттәштәребеҙ үҙ парын табып бәхетле йәшәй икән, халҡыбыҙҙың үҫеш юлын тәьмин итеү тигән һүҙ ул. Тормошонда бәхетле булмаған кеше тирә-яғындағыларға ла кире йоғонто яһай, йәшәүенән толҡа тапмай, паразитҡа әйләнә, йә булмаһа, ҡартайған көнөмдә булһа ла өйләнәйем әле тип, йәшенә лә, милләтенә лә ҡарамай, кем осрай, шуның менән тормош ҡороп ебәрә. Бигерәк тә һуңғы осорҙа сәскә кеүек матур башҡорт ҡыҙҙарының бүтән милләт кешеләренең ҡосағына инеүе борсоуға һала. Быға үҙебеҙҙең егеттәр ғәйепле, тип уйлайым. Республикалағы никахтарҙың 30 процентын ҡатнаш никах тәшкил итеүе уйландырырлыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙҙың сит милләт кешеһен һайларға мәжбүр булыуы сараһыҙҙың көнөнәндер, минеңсә. Ҡатнаш никахлы ғаиләләр ни тиклем татыу, матди яҡтан тотороҡло булмаһын, барыбер тулы бәхетле була алмайҙыр ул, сөнки уларҙың күбеһе бер милләттең генә ғөрөф-ғәҙәтен, йолауи байрамдарын ғаилә традицияһына әйләндерә, һөҙөмтәлә ҡайһыһыныҡылыр ситтә ҡала, онотола, ә был инде икенсеһен ахыр сиктә күңел бошонҡолоғона килтерә.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: һәр кем үҙ бәхетен үҙе төҙөй. Һәр кемдең бәхетле булырға хаҡы бар. Шулай ҙа бер аҡыл эйәһенең, халыҡ бәхете өсөн көрәшкән кеше генә бәхеткә лайыҡ, тигән һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалмау мөмкин түгел. Был йәһәттән инде шәхси бәхет тураһында ғына түгел, ә халыҡ, милләт бәхете тураһында ла уйланыу зарур.