Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле улыбыҙ Наил Камил улы Саҙрыевты һәм йәмле Дим буйында урынлашҡан Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы һылыуы Регина Илдар ҡыҙы Иманғолованы тормоштарындағы иң күркәм байрамдары — законлы никахтары — менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ! Үҙегеҙ һайлаған тормош юлын ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, ҡыуаныс-шатлыҡтарға сорналып үтергә яҙһын. Мөхәббәткә, изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, ныҡлы булһын!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Наилә һәм барлыҡ туғандарың.