Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ!14.06.2013
“Башҡортостан” гәзитенең тоғро уҡыусылары! Редакция коллективы һеҙҙең ярҙамға иҫәп тота: бығаса “Йома”ны ғына алдырған булһағыҙ, киләсәктә төп индекс буйынса таратылған гәзит менән дуҫлашыуығыҙҙы, шулай уҡ баҫмабыҙҙы дуҫ-ишегеҙгә, туған-тыумасағыҙға тәҡдим итеүегеҙҙе теләй. Был тыуған ергә, туған телгә, халҡыбыҙға һөйөүегеҙ, милли матбуғатҡа ихтирам һәм ышанысығыҙ сағылышы буласаҡ.
Әйткәндәй, иртәгә гәзитебеҙгә яҙылып бүләк отоу мөмкинлеге биргән ун көнлөк акция тамамлана. Унда еңгән ете кешегә — иҫтәлекле бүләк, ҡалғандарға “Башҡортса дини календарь” вәғәҙә иткәйнек. Почта бүлексәләренә ашығығыҙ, дуҫтар! Акция хаҡында бүтәндәргә лә әйтергә онотмағыҙ: бүләктәр барыһына ла етә.