Ялған һәләкәткә килтерер14.06.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Ислам динендә һүҙҙең баһаһы ифрат юғары. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Иманлы бәндә күркәм, күңелгә ятышлы итеп һөйләр, әгәр һүҙ һөйләнә икән, уны тыңлай белер", — тигән. Әйткәндәребеҙ икенсе кешенең күңелен төшөрмәҫкә, абруйына зарар килтермәҫкә, уны дәртләндерергә, рухландырырға тейеш.
Бының менән бергә борон-борондан һүҙҙең тоғролоғона, хаҡлығына ҙур иғтибар бирелгән. Әммә әлеге заманда был йәһәттән шөкөр итә алмайбыҙ: тормошобоҙҙа ялған, алдашыу, хәйлә ифрат ҙур урын биләй бара. Һөҙөмтәлә һүҙҙең көсө кәмей, кешеләрҙең бер-береһенә ышанысы ҡаҡшай.
Ялған һүҙҙәр ҡайҙа һуң ул? Тәү сиратта — рекламала. Белеүебеҙсә, уның байтаҡ өлөшө алдашыуҙан ғибәрәт, ниәттәре — тауарҙы нисек тә һатып ебәреү. Төҙөлөш тармағында ла ялғанлау күбәйеп китте. Мәҫәлән, яңы йорттарҙың оҙаҡ та тормай емерелә башлау осраҡтарын ишетеп-беләбеҙ. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Ғәҙел сауҙагәр ҡиәмәт көнөндә пәйғәмбәрҙәр менән бергә булыр", — тигән. Ул яҡшы тауар тәҡдим итә икән, килгән аҡсаһының бәрәкәтен күрер. Шулай уҡ һатып алыусының ихлас рәхмәте, изге теләге күңелен хушландырыр. Әгәр инде тауары сифатһыҙ булһа, рәнйеш тойор. Кеше барыһын да изге теләк менән һатып ала бит: мәҫәлән, күлдәкте матур итеп, һаҡлап ҡына кейергә, яңы йортта күмәкләп татыу йәшәргә ниәтләй. Ялған — йәмғиәтте һәләкәткә алып бара торған юл ул.
Динебеҙҙә алдашыуға, хәйләгә урын юҡ. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, дөрөҫлөктө һөйләргә ынтылайыҡ. Балаларыбыҙҙы ла тоғролоҡҡа, ғәҙеллеккә өйрәтергә бурыслыбыҙ. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тормошобоҙҙо хаҡ эш менән алып барырға, әйткән һүҙебеҙҙә торорға насип ҡылһын. Шулай булһа, иншаллаһ, үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ яҡты, күркәм, донъябыҙ имен булыр. Амин.