“Онлайн өләсәй һәм олатай”13.06.2013
“Онлайн өләсәй һәм олатай” милли социаль программаһына ярашлы, Өфөлә компьютер консультация үҙәге асылды. Ул Рәсәй дәүләт социаль университетының Коммунистик урамдағы филиалында урынлашҡан.

Программаны Ветерандар, инвалидтар һәм пенсионерҙар ассоциацияһы эшләгән. Уның төп маҡсаты — власть, эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт ойошмалары, ирекле йәштәр хәрәкәте һәм киң мәғлүмәт саралары араһындағы хеҙмәттәшлеккә таянып, Рәсәй пенсионерҙарына Интернеттағы эш нигеҙҙәрен өйрәтеү селтәрен ойоштороу, уларға электрон дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген күрһәтеү. Ололарҙың коммуникация ярҙамындағы бәйләнешен камиллаштырыу, интеллектуаль ҡеүәтен үҫтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
2008 йылдан алып (программа тап ошо мәлдә ғәмәлгә индерелә) Рәсәйҙәге 46 төбәктә 126 компьютер үҙәге асыла. Хәҙер ул Башҡортостанда ла эшләйәсәк. Ветерандар, инвалидтар һәм пенсионерҙар ассоциацияһы яңы асылған үҙәккә 10 ноутбук тапшырҙы.
— Өфөләге компьютер үҙәге 27 июндә эш башлаясаҡ, — тип хәбәр итте университет филиалының администраторы Роберт Әхмәҙинуров. — Курс 14 сәғәткә иҫәпләнә. Һәр береһе 10-ар кешенән торған ике төркөм аҙнаһына ике тапҡыр уҡыясаҡ.

P.S. строительство коттеджей под ключ стоимость


Вернуться назад