Мәғлүмәтле булам тиһәң...13.06.2013
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейы эргәһендә QR-код ҡуйылған алтаҡта барлыҡҡа килде.
Үҙәктә аңлатыуҙарынса, “quick response — тиҙ яуап” тип аталған заманса маркировкалау алымы объект тураһында тулы яуап алыу мөмкинлеген бирә. “Әле барыһының да тиерлек фотокамералы йәки Интернет селтәренә сыға алырлыҡ кеҫә телефоны бар. QR-кодтарҙы уҡыу өсөн тәғәйенләнгән ҡушымталарҙы файҙаланып, һәр турист ошо музей хаҡындағы мәғлүмәт менән таныша, виртуаль экскурсия ҡыла, уның тураһындағы аудиояҙманы тыңлай ала”, — ти үҙәк етәксеһе Марат Рәхимҡолов.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, бындай QR-кодтар Өфөлә тағы ла 200 мәҙәни объектта ҡуйыласаҡ. Әлегә тест режимында эшләгән “Ҡалабыҙҙың мәҙәни кодтары” сайтында ҡайһы бер объекттар буйынса мәғлүмәт әҙерләнде. Карл Маркс урамындағы музейҙың һайлап алыныуы осраҡлы түгел: мәҙәни учреждение ХХ быуаттың архитектура ҡомартҡыһы — сауҙагәр ҡатын Елена Поносова-Моллоның һарайында урынлашҡан. “Ҡалабыҙҙың мәҙәни кодтары” проекты Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәкселегендә Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла.