Зайцев үҙе тотонғас...13.06.2013
“Беҙҙең заманда барлыҡ уҡыусылар ҙа бер төрлө кейенде һәм был йәһәттән бер ниндәй проблема булмай торғайны. Хәҙер иһә белем усаҡтары ата-әсәнең матди хәленең төрлөлөгөн күрһәтеү урынына әйләнде кеүек”, — тип борсола билдәле кутюрье Вячеслав Зайцев.
Ил Президентының ҡарарына ярашлы, берҙәм мәктәп кейемен әҙерләү барышында модельер Өфөлә булып, кәңәштәрен биреп ҡайтҡайны. Ошо көндәрҙә ул республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Президент берҙәм мәктәп кейеменең уҡыусыларҙы тәртипкә өйрәтеү йәһәтенән ҙур әһәмиәтен билдәләне, уның өлгөләрен әҙерләүҙә ярҙам иткән Вячеслав Зайцевҡа рәхмәт белдерҙе. Модельер иһә Өфө трикотаж фабрикаһының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, көҙөн Мәскәүҙә яңы ҡышҡы коллекцияны тәҡдим итәсәк, әле деталдәре хаҡында Башҡортостан предприятиеһында фекер алышыу бара.
Осрашыуҙа шулай уҡ Парижда башҡорт кейеменең исем туйын үткәреү тураһында ла һүҙ булды. Октябрҙә көтөлгән был сараға ҡарата В. Зайцев үҙ фекерҙәрен әйтте, моделдәрҙе һайлауҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Уныңса, коллекцияла төп иғтибарҙы орнаменттарға йүнәлтеү кәрәкмәй, унда заман башҡортоноң образы сағылыш табырға тейеш.