Ил етәксеһе ҡотланы13.06.2013
Рәсәй көнө айҡанлы ил Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә телеграмма ебәрҙе.
Дәүләт башлығының ҡотлауында былай тиелә:
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!
Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.
Беҙ илебеҙ, уның тарихы менән ғорурланабыҙ, державаның лайыҡлы киләсәгенә өмөт итәбеҙ. Ватан яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, илһөйәрлек менән гражданлыҡтың күп быуатлыҡ йолалары артабан да халҡыбыҙҙы берләштерер, иң ҙур һәм мөһим маҡсаттарға өлгәшергә булышлыҡ итер, тип ышанам. Һеҙгә уңыштар һәм изгелектәр юлдаш булыуын теләйем”.